Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
7 Август 2022, 22:55

Мөхәррәм айының 10-сы көнө Ғәшүрә көнө — оло байрам көн, йәғни иртәгә, 8 август көнө тура килә

Әгәр бер кеше был Ғәшүрә көнөндә бер йәтимдең күңелен шатландырһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең йөҙөн тамуҡ утына харам ҡылыр.

Мөхәррәм айының 10-сы көнө Ғәшүрә көнө — оло байрам көн, йәғни иртәгә, 8 август көнө тура килә
Мөхәррәм айының 10-сы көнө Ғәшүрә көнө — оло байрам көн, йәғни иртәгә, 8 август көнө тура килә

Мөхәррәм айының 10-сы көнө Ғәшүрә көнө — оло байрам көн, йәғни иртәгә, 8 август көнө тура килә, әлхәмдүлилләһ ! Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм үә сәхәбәләр был көндө мөбәрәк һанап, ҡәҙерләп ураҙа тотҡандар. Кем дә кем Ғәшүрә көнөндә бер изге эш ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә теге кешенең бөтә гонаһларын ярлыҡап, күп сауаптар бирер.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләм әйткән: «Рамаҙан ураҙаһынан һуң ураҙаларҙын артығырағы Мөхәррәм айында ураҙа тотоу».
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең ҡатыны Хәҙисә раҙыйаллаһу ғәнһә әйткән: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм өс төрлө эшкә даимсылыҡ ҡыла ине. Ул өс төрлө эштен беренсеһе — Мөхәррәм айының унынсы көнөндә ураҙа тотоу. Икенсеһе — һәр бер айҙың ун өсөнсө, ун дүртенсе, ун бишенсе көнөндә ураҙа тотоу. Өсөнсеһе — иртә намаҙының ике рәкәғәт сөннәтен уҡыу». Шулай булғас, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм был ғәмәлгә даимилыҡ ҡылғас, беҙгә дә, шәфәғәтенән мәхрүм булмайыҡ тип өмөт итһәк, уның сөннәттәрен үтәү ләземдер.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: «Бер кеше минең сөннәттәремде ҡоро тел менән ҡылһа, пәйғәмбәр өммәтенәнбеҙ тип әйтеүҙә файҙа булмаҫ, минең сөннәтем менән ғәмәл ҡылмайынса».
     Беҙҙән алдағы ғалимдар, сәхәбәләр был көндәрҙә ураҙа тоталар ине. Хатта сабый балаларҙы имсәк имеүҙән, балаларҙы ашауҙар тыялар ине. Был Ғәшүрә көнөндә ҡырҙағы кейектәрҙе (хайуандарҙы) аулап, ашамаҫтар ине.
     Әгәр бер кеше был Ғәшүра көнөндә күршеһенең йәки бер мосолман ҡәрҙәшенең хәлен белешһә, Аллаһы Тәғәлә фәрештәләргә: «Йә, фәрештәләрем! Был бәндәнең һәр бер аҙымы һанынса, донъя мәхлүкәттәре һанынса сауаптар бирермен, яҙығыҙ», — тип әйтер һәм дәхи һәр аҙымы һанынса гонаһын ярлыҡар.

Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткәненән: "Әгәр бер кеше Ғәшүрә көнөндә балаларына үә йәмәғәтенә күңеллелек ҡылһа йәки яҡшы кейемдәр кейендерһә, йәки хәләл тәғәмдәр (аш-һыу) булдырһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә үә уның балаларына һистә мохтажлыҡ күрһәтмәҫ.

     Сәхәбәләр хәҙрәти Әбү Бәкер менән хәҙрәти Ғүмәр раҙыйаллаһу ғәнһүмә: «Пәйғәмбәребеҙҙең (ғәләйһиссәләм) был һүҙен һынаныҡ, ул әйткәнсә таптыҡ», — тип әйтеләр. Йәғни: «Был Ғәшүра көнөндә йәмәғәттәребеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт иттек, һистә ҡытлыҡ күрмәнек», —тип әйткәндәр.

    Әгәр бер кеше был Ғәшүрә көнөндә бер йәтимдең күңелен шатландырһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең йөҙөн тамуҡ утына харам ҡылыр.

     Бер кеше был Ғәшүрә көнөндә ғөсөл ҡойонһа, бөтә гонаһларынан паҡ булыр, әсәнән яңы тыуған кеүек булыр. Бер кеше был көндә бер изге эш ҡылһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә бик күп сауаптар бирер. Әгәр бер генә гонаһ ҡылһа Аллаһы Тәғәлә ул кешегә ҡаты ғазап ҡылып, пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы Фатима раҙыйаллаһу ғәнһәнең улдары Хәсән үә Хөсәйенде үлтергән кешеләргә ҡылған ғазапты ҡылыр.

     Хәсән менән Хөсәйен раҙыйәллаһу ғәнһүмәләр был көндә шәһит киттеләр: хәҙрәти Хәсәнде ағыуҙанылар, хәҙрәти Хөсәйенде ҡылыс илә шәһит иттеләр.

     Әгәр бер кеше был көндә саң тиклем хәйер-саҙаҡа бирһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә оло ҙур әжер бирер һәм барса бәләләрҙән имен ҡылыр. Уның өсөн бәлә күктән инәр, саҙаҡа күккә ашар, икеһенең буйы бер булыр. Саҙаҡа күктән инә торған бәләне туҡтатыр, ул бәлә һис зарар итмәҫ, зарар итһә ул зыян өсөн Аллаһы Тәғәлә күп файҙалар бирер. Күркәм сабырлыҡ үҙе ҡылыр, ул сабырлыҡ бәрәкәтендә был кеше ожмахлы булыр. Аллаһы Тәғәлә һәр бер ғәмәлгә сауапты хисап менән бирер, сабырға сауапты хисапһыҙ бирер тинеләр. Донъяла бәлә-ҡаза күреп сабыр ҡылған бәндәләрҙең ҡиәмәт көнөндә сауаптары
күп булыр.
Ибн Ғаббас раҙыйаллаһу ғәнһәнән бер хәҙис-шәрифтә: «Кем Ғәшүрә көнө ураҙа тотһа, Аллаһы Тәғәлә уға кис-төндәрен йоҡламайынса зикер-ғибәҙәттә үткәргән, кисәләрен ураҙала үткәргән 60 йыллыҡ ғибәҙәт сауабын яҙыр. Шулай уҡ уға 1000 шәһид сауабы ла яҙылыр. Ғәшүра көндө ураҙа тотҡан кешегә 7 күк әһеленең сауабы яҙылыр. Ғәшүрә көндө берәүгә ауыҙ астырыуға ашарҙай ризыҡ бирһә, ул кеше ураҙала көн үткәргән бөтә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенә ауыҙ астырған кеүек сауаплы булыр. Ғәшүрә көндө берәр йәтимдең башын һыйпаһа, башындағы сәстәр һанынса йәннәттә дәрәжәһе артыр».
     Аллаһ Тәғәлә Ғәшүрә көнөн матур итеп ғибәҙәттә, ураҙала үткәрергә насыйп итһен!

Сығанаҡ: “Иман нуры”

Фото: ирекле сығанаҡ

Автор:
Читайте нас: