Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
16 Сентябрь 2022, 19:15

Көҙ йыры Минира БИКӘНӘСОВА

Йырлайым көҙгә ҡушылып Ғүмер турында.  

Көҙ йыры       Минира БИКӘНӘСОВА
Көҙ йыры Минира БИКӘНӘСОВА

Яратам көҙ моңланыуын,
Япраҡ тауышын.
Алтын күлдәкле ҡайындың
Һары һағышын.
Яратам көҙгө ямғырҙың
Көмөштәй сыңын.
Һалҡын елдәр алып килһә
Аҡ ҡыштың тынын.
Ҡоштар тубы, әйтерһең дә
Өс мөйөшлө хат.
Яҙ сәләмен тапшырырҙар,
Ҡайтырҙар ҡабат.
...Ер тирбәлә талғын ғына
Ҡояш нурында.
Йырлайым көҙгә ҡушылып
Ғүмер турында.

 

ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫ


Көҙ һағышы һарғайтһа ла
Барлыҡ ағас, ҡыуағын.
Сабыр ғына көтәм әле
Мин әбейҙәр сыуағын.

Тәбиғәт бит - ул ҡатын-ҡыҙ,
Яуап тапмаҫлыҡ йомаҡ.
Көҙгә керһә лә, күңеле
Гөл-сәскәле йәй һымаҡ.

Көләс йөҙө тормош биҙәй,
Алтындай аҡылдары,
Уттай янған япраҡ түгел,
Һөйөүҙең ялҡындары.

Мәхрүм итмәһен яҙмыштар
Миҙгелдәр ҡунағынан,
Нескә ептәре һүтелә
Ғүмерҙәр йомғағынан...

 

Һары япраҡ

Һары япраҡ хәбәр итә
Үтте, тиеп, йәйҙәрең
Тик әле лә тоям кеүек
Бешкән еләк тәмдәрен.
Һары япраҡ һағыш һала:
Етә, тиеп, көҙҙәрең
Яҙ һулышы күңелемдә
Осҡон сәсә күҙҙәрем.
Көҙҙәрҙән һуң ҡыш килер, тип
Һары япраҡ ҡойола,
Япраҡтарға ҡарап, ғүмер
Үтелгәне тойола...

 

Көҙ


Көҙ килде, тип иламағыҙ әле!
Таңдар ата йәйге иртәләй:
Ҡояш нуры болоттарҙы ярып
Наҙлы ғына беҙҙе иркәләй.
Урман-ҡырҙар аяҡ аҫтарына
Услап һипкән алтын тәңкәләр,
Ә Ҡарһылыу төндә шыпырт ҡына
Теҙеп сыҡҡан ап-аҡ сәскәләр!
Көҙгө һауа-йәнгә бер тыныслыҡ
Йәйге селләләрҙән арынып,
Киткән ҡоштар тағы ҡайтыр әле
Тыуған ояларын һағынып.
Тып-тып яуған ямғыр тамсылары
Йырҙар йырлай,унда күпме наҙ!
Көҙҙөң моңһоулығы бер ни түгел,
Күңелемдә йәшәй...ярһыу яҙ!

 

Автор:
Читайте нас: