Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
17 Октябрь 2022, 19:52

Икмәк тәме

Икмәк тәме
Икмәк тәме

ИКМӘК ТӘМЕ ( баласаҡ хәтирәһе)

Римма Баймырҙина

Ғүмер — күҙ асып йомған кеүек кенә, бик тиҙ үтә лә китә икән.!?

Их был ғүмер ағыштары : әйтерһең дә ел - дауыллап, күк күкрәтеп, йәшен йәшнәтеп килгән йәйге яңғыр кеүек, ялт - йолт итеп күҙ ҡамаштырып ялтыраны ла, дөмбөр - шатыр килеп шаулап үтте лә китте!  

 

  Ҡояш йымайып ҡарағандан һуң йылы ләйсән яңғырына әйләнеп , офоҡтың бер осонан икенсеһенә Салауат күперен йәйеп үткәндәргә беҙҙе әйҙәй ..

Йылғалар артылып ярҙарына һыймай ҡағыла - һуғыла ағалар ҙа ағалар. Ярҙары йыуыла - йыуыла әкрен генә умырылып ярһыҙ ҙа ҡалдыра.

 

  Мин ғүмерҙе гел шул ағын һыуҙар менән сағыштырам, яр ситенә баҫып, ( туҡта ашыҡма... ашҡынма ...талғын ғына аҡһаңсы) - тип ҡысҡыраһы килә, йылға ағышын әкренәйтәһем килә ...

 

 Ә ҡай саҡта мин был донъяны икһеҙ - сикһеҙ киң диңгеҙ даръя итеп күҙ алдына килтерәм. Иге сиге , осо - ҡырыйы күренмәгән, күк көмбәҙе менән килеп теркәлгән диңгеҙ күренешен ғүмер ярынан күҙәтәм кеүек...

 

Тын ғына ятҡан диңгеҙ өҫтө иҫ китмәле матур, ҡояш нурҙары менән шаярып : тәңкә тамсылар сәсерәтеп аҡсарлаҡтар сумып йөҙә.

Дауыл сығыр алдынан диңгеҙ төҫө үҙгәреп ҡарағосҡол төҫкә керә , ул инде тулҡын бишегендә иркәләнеп тибрәлмәй, ярҙан ярға бәрелеп ҡотора , ел дауыл ыҗғырғаны оҙаҡ ҡына ишетелеп тора...

 

Дауыл үткәс диңгеҙ ярһыуы тына, тулҡындары ғәфү үтенгән һымаҡ ярҙарын үбеп ҡоса , ҡояш нурҙарын һибеп иркәләй, әкрен генә үҙ яйына ғүмер дауам итә..

 

Мин йыш ҡына хыялға бирелеп, хәтирәләр йомғаын һүтергә яратам, элекке иҫке аҡлы - ҡаралы кинокадрҙар кеүек үткәнемде күҙ алдымдан үткәрәм. Бер мин генә түгел инде, барыбыҙҙа ярата ул баласаҡтың иң ҡыҙыҡлы, ҡәҙерле, ҡиммәтле, ләззәтле фрагментына әйләнеп ҡайтырға...

 

Ғәйләлә мин бер үҙем бик иркә генә ҡыҙ булып үҫһәмдә , гел малайҙар кеүек әтейемә ҡойроҡтай тағылып йөрөнөм.

  Механизатор булды минең әтейем, элекке тракторларҙы хәтерләйһегеҙҙер бит инде, тауышы ауылдың юғары осонан түбән яғына саҡлы ишетелә. 

Шул тауыш әллә күңелгә хуш килдеме?, әллә мазут еҫе танһыҡ булдымы? әллә әтейемдең әштән ҡайтыуын һағынып көткәнгәме , трактор тауышын ишетеү менән урындыҡтан туп кеүек тәгәрәп төшәмдә, әтейем ҡаршыһына йөгөрәм. Әҙ булһа ла тракторға ултырып ҡайтыу теләге ине минең уйҙа, шул теләк: бер нәмәнән дә ҡурҡытманы, һикертмәле даңғор - доңғыр юлы ла , мазутҡа буялыу ҙа.

 

  Яҙғы сәсеү ваҡытында көн төн тип торманы әтейем эшләне, төндә лә ер һөрә ине, рәхәтләнеп йылы өйҙә, йомшаҡ диванда тәмне төштәр күреп йоҡламай әтейемә әйәрә инем. Әниемдең шелтәләүе лә туҡтатманы, әтейемдә ҡаршы килмәне, аҡыллы ҡарашын миңә төбәп (ярай ҡыҙым әйҙә мин һиңә өйрәтәм һәм күрһәтәм икмәктең ҡайҙа нисек үҫкәнен, тоҙлы тиреңде тугеп ашаһаң икмәк тәмне һәм бик ҡәҙерле була ул - тип һабыр ғына ҡарап мут йылмайып ҡуя ине.

 

 Икмәк! Был һүҙҙе ишетүгә күҙ алдына тәүҙә ҡабарып бешкән икмәк килә , ул шундай хуш еҫле, тәмне!Икмәк еҫе әллә ҡайҙа саҡлы тарала , танауҙы ҡытыҡлатып өйгә саҡыра, тиҙерәк ҡайтып шул йомшаҡ ҡайнар икмәк телемнә ҡаймаҡ яғып, ике ҡуллап тотып ҡайырып ҡабып ашайһы килә.

 

Баҫыуҙа үҫкән игенде икмәккә әйләндергәнсегә хәтлем күпме әүәләргә кәрәк икәнлеген, әтейем тракторында утырып йөрөп аңланым, баҡ тиһәң икмәк үҫтереүе беҙ уйлағанса бик анһат еңелдән түгел икәндә!

Тәүҙә ерҙе матур итеп һөрөп тырмалап мамыҡтай ҡабарталар, туҡландырылған ергә иген сәсәләр, башаҡ өлгөреп етеүгә комбайн төшә тулҡынланып ятҡан диңгеҙҙәй киң баҫыуға. 

Һуға, елгәрә, машинаға төйәп ебәрә, ырҙын табағына килеп ятҡас та, бер урындан икенсе урынға күсерелә, киптерәләр елгәрәләр, ашлыҡты тирмәндә тарттырып онға әйләндерәләр, унан һуң ғына ҡабарып торған тәмне икмәк бешерәләр.!

 

Икмәк табынға ҡуйылғансы күпме юл үткән дә , күпме көс түгелгән!?

Икмәктең тәме һәркемгә билгеле, тик күптәргә билгеһеҙ нисек икмәккә әйләнгәне , бигерәктә бөгөнге быуын балаларына.

Икмәк ҡайҙа нисек үҫә -? - тигән һорауға, күҙҙә йоммай кибеттә тип яуап бирәләр.

 

  Икмәк ҡәҙерен икмәк тәмен белеп үҫһендәр ине беҙҙең йәш быуын балалары.

Икмәк беҙең өсөн иң мөһим кәрәкле ризыҡ.! Икмәктең валсығын да әрәм итәргә ярамай. Икмәкте телгәндә лә, күкерәккә ҡуйып, ҙурлап теләләр...

Автор:
Читайте нас: