Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
7 Ноябрь 2022, 13:04

32 аҡыллы кәңәш

"ЮҠ" тип әйтергә өйрәнеү мотлаҡ. Кешенең елкәгә йәһәт кенә менеп, ҡунаҡлай торған ғәжәп бер холҡо бар.

32 аҡыллы кәңәш
32 аҡыллы кәңәш

1. МЫЖЫМА! Тор ҙа эшләй башла. Нимәлер эшләһәң, юл үҙенән-үҙе асылыр.

2. 7 урынына 40 тапҡыр үлсәп ваҡыт әрәм итмә. Тот та ЭШЛӘп ҡара. Килеп сыҡһа - шәп, сыҡмаһа, эшләп ҡараманым тип әйтмәҫһең.

3. СӘЙӘХӘТ ит. Йөрөргә ваҡытың йә аҡсаң етмәһә, тәбиғәткә булһа ла сығып ура эш араһында.

4. ХАТАларҙан ҡурҡма. Тик ятҡан кеше генә хаталанмай.

5. Кеше менән ЯРЫШМА. Үҙең булып ҡал. Башҡаларға эйәрмә.

6. Үҙ ФЕКЕРЕҢ булһын. Кешене хөрмәт ит, әммә үҙеңсә эшлә. Һинең өсөн ир, ҡатын, атай, әсәй, дуҫ хәл итмәһен.

7. АЛЛАҺҡа хөрмәтеңде күрһәтмәйенсә уның исемен телгә алма.

8. Кешегә көсләшеп ТАҒЫЛМА. Бер ҡыуғандар икән, кит. Үҙ баһаңды бел.

9. АҠСА тип донъяңды онотоп сапма. Бай булһаң да, ярлы булһаң да бөтәбеҙ бер ерҙә осрашасаҡбыҙ.

10. ИҪЕҢдә тот: атай-әсәй һәм яҡын туғандарҙы ғына нисек бар шулай ҡабул итәбеҙ һәм яратабыҙ. Башҡа кемделер күңелең ҡабул итмәй икән, уға ғүмереңде әрәм итмә.

11. "ЮҠ" тип әйтергә өйрәнеү мотлаҡ. Кешенең елкәгә йәһәт кенә менеп ҡунаҡлай торған ғәжәп бер холҡо бар.

12. ЕБӘР! Иҫтәлектәр һәм үкенестәр менән алға атлау ауыр. Булған - бөткән, тарихта ҡалған.

13. Һәр кемдең һүҙенә ЫШАНМА. Тел һөйәкһеҙ. Кеше лә төрлө була. Ҡайһы берәүҙәр үҙ файҙаһына ғына ауыҙын аса. Үҙ күҙҙәрең менән күргәнгә генә ышан. Ҡолаҡтар ҙа ҡай саҡ яңылыш ишетеп ҡуя.

14. УЙЛА. Һөйләр алдынан уйла. Күп һөйләгән кеше арыта һәм тиҙ ялҡыта. Юҡ-бар һөйләгәнсе өндәшмәү яҡшыраҡ.

15. Кемгәлер йәнен көйһә, АШЫҠМА. 24 сәғәт көт тә унан яуап бирерһең. Ул арала тормош та үҙгәреп китеүе ихтимал. Асыу ҙа һүнә.

16. ҮҘ АЛЛЫ бул. Кешегә һалыныу, кешене үҙ мәнфәғәтеңә ҡулланыу бик насар ғәҙәт.

17. ИХТИРАМ ит үҙеңде, атай-әсәйеңде, туғандарыңды, олоһон да, кесеһен дә.

18. Үҙгәртә алмаған хәлдәр өсөн БОРСОЛМА, күп нәмә беҙҙән тормай.

19. ТӘБИҒӘТкә яҡын бул. Беҙ - тәбиғәт балаһы.

20. ХЫЯЛдарың яҡты һәм матур булһын. Хыялға ирешеү өсөн нимәлер эшләргә кәрәк.

21. ҒҮМЕР һәр кемгә бер генә бирелә. Һәләтеңде, таланттарыңды күрһәтеп ҡал.

22. ЯУАПЛЫ булырға өйрән. Әйткәнһең икән - эшлә. Эшләгәнһең икән - яуабын тот.

23. Вәғәҙәңә, әйткән һүҙҙәреңә, дуҫыңа, хыялдарыңа, һайлаған йәреңә, тыуған илеңә ТОҒРО бул.

24. Ниәт иткән эшеңде БӨГӨН үк башла. Иртәгә ул иртәгә булып ҡала.

25. ҺАУЛЫҠ - бик ҙур байлыҡ. Дөрөҫ туҡлан. Кеше ашҡаҙаны төпһөҙ мискә түгел. Спорт менән шөғөллән. Иртә ят, иртә тор.

26. МӨЛӘЙЕМ, таҙа бул, ыҫпай кейен, үҙеңде әҙәпле тот. Эскән һәм тартҡан кеше матур түгел инде, уның йөҙөндә нур һүнә. Һүгенгән кешенең ауыҙы салыш, тип әйтә ине ололар. Ысындан да шулай икән.

27. ТЫНЫС бул. Сәбәләнеп, ҡысҡырып, әрләшеп йөрөгән кеше эргәһенә фәрештәләр ҙә килмәй.

28. ТЫЙНАҠ бул. Һөмһөҙлөк, бәлки, тормошто еңеләйткән шикелле тойолор. Әммә ундай кешене күреү менән йәшенге килә.

29. Һәр нәмәнең үҙ ВАҠЫТЫ. Кескәй баланан йә оло кешенән ауыр эш эшләтеү дөрөҫ түгел. Йәш кешенең ял итеүҙән туймай ятыуы хөрт.

30. Артыҡ ҠУРҠЫУ зыянлы. Баҙнатһыҙ кеше күп ниғмәттән мәхрүм булып ҡалыр.

31. Күп УҠЫ. Уҡымышлы кеше телмәре менән дә, тормошҡа ҡарашы менән дә айырылып тора. Аҡыллы әҫәрҙәр уҡы.

32. Бер ҡасан да БИРЕШМӘ. Ғүмер ике килмәй. Үҙ юлыңдан алға атла ла атла. Артҡа ҡарама. Ситкә тайпылма.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/kaymak?w=wall-53490442_42229

Автор:
Читайте нас: