Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
20 Ғинуар 2023, 13:54

Кеше яҙмышы менән уйнамағыҙ

Кеше яҙмышы менән уйнамағыҙ
Кеше яҙмышы менән уйнамағыҙ

 

* Был донъяла иң мөһиме — кеше! Кеше хистәре, кеше яҙмышы менән уйнамағыҙ, кеше рәнйеше алмағыҙ. Ғүмер һәр саҡ ҡыл өҫтөндә. Һеҙҙе уратып алған һәр кемде һаҡлағыҙ. Таш менән атҡанға ла аш менән яуап бирһәк — ерҙә изгелек артыр. 

 

* Әйбер ҡоло булмағыҙ. Байлыҡ артынан ҡыумағыҙ. Башҡаларҙан кәм булмайым тип көнө-төнө сабып йөрөп тормоштоң рәхәтен дә, матурлығын да күрмәй ҡартайыуҙан ҡурҡығыҙ. 

 

* Аҡыл да төрлө була. Институт бөттөм тип маһайып, ололарға аҡыл өйрәтеүсе йәштәр күбәйеп китте. Әммә тормош биргән аҡылға бер нәмә лә етмәй. Уны бер юғары уҡыу йортонда ла алып булмай. Шуға күрә ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалырға өйрәнегеҙ. 

 

* Беҙ күп ваҡытыбыҙҙы үткән ваҡиғаларға баһа биреп, буласаҡтары өсөн борсолоп үткәрәбеҙ. Ошо минутта, ошо ерҙә тормоштан мөмкин тиклем файҙа алып ҡалырға алығыҙ. Һәр үткән минут бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмай. 

 

* Ер шарында 7 миллиард кеше. Һәр кешенең үҙ фекере бар. Һеҙҙең фекер менән килешмәүселәрҙе дошман итеп күрмәгеҙ. 

 

* Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. "Атыр" алдынан уйлағыҙ. Һүҙ менән кешене үлтерергә була. Һүҙ ярҙамында яраларҙы уңалтып та була. 

 

* Бер ҡасан да һуң түгел... Ҡайһы йәштә булһағыҙ ҙа, тормошоғоҙҙо яҡшыртыр өсөн бер аҙым булһа ла яһағыҙ. 50 йәштә спортҡа килеүселәрҙе беләм. 60-та йөҙөргә өйрәнеүселәр бар. 70-тә бейеү түңәрәгенә яҙылғандар бар. 80-дә мөхәббәтен табыусылар осрай. 

 

* Тормош ҡатмарлы түгел ул. Уны кешеләр ҡатмарлаштыра. Ирегеҙҙең артынан эйәреп йөрөп һорау алмағыҙ. Ҡатынығыҙҙы тәмһеҙ бешкән аш өсөн битәрләмәгеҙ. Балағыҙҙың һәр уйын белергә маташмағыҙ. 

 

* Ғүмерегеҙҙе йомортҡанан йөй эҙләп үткәрмәгеҙ. Һәр кеше үҙенсә. Ҡайһы ваҡыт бер-береңә яраҡлашырға ла тура килә. Бергә йәшәйһегеҙ йә эшләйһегеҙ икән — яраҡлашығыҙ йә уртаҡ тел табығыҙ. Теләмәйһегеҙ икән — берәү ҙә берәүҙе лә бәйләп тотмай. 

 

* Һеҙҙең тәнегеҙ — сүп-сар биҙрәһе түгел. Нимә етте — шуны ашап, нимә етте — шуны эсеп, нимә етте - шуны һөйләп, кем етте — шуның менән түшәк бүлешеп йөрөмәгеҙ. Тәнегеҙҙе лә, күңелегеҙҙе лә таҙа тотһағыҙ, башҡалар һеҙгә ихтирам менән ҡарар.

 

Сығанаҡ: "Сәләм" телеканалынан

Автор:
Читайте нас: