Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
1 Март 2023, 13:42

Бала һөйөү тоймай үҫһә...

Әсәй кеше шул саҡ үҙе өсөн үкенесле һығымта яһаған: балалары һөйөүһеҙ үҫкән бит! “Уларҙы тәрбиәләүгә ниңә ваҡыт тапманым? Насарлыҡтан ни өсөн араламаным? Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты айырырға ниңә ваҡытында өйрәтмәнем? Ниңә, ниңә?..”

Бала һөйөү тоймай үҫһә...
Бала һөйөү тоймай үҫһә...

Балаларын яңғыҙы үҫтергән бер ҡатындың ғаилә тәрбиәһе өсөн ваҡыты етмәгән. Эш, карьера, шәхси тормош... Шулай ҙа улы менән ҡыҙы һис мохтажлыҡ кисермәгән, муллыҡта, туҡлыҡта үҫкән. Әсәй кеше йыш ҡына балаларының бәләкәй “шуҡлыҡ”тарына күҙ йомған, ә улары шашынған ғына.

Бына ул сабыйҙар ҙурайған, үҫмерлек осоро еткән. Беренсе дәғүәләр, ғәйепләүҙәр... Әсәй кеше шул саҡ үҙе өсөн үкенесле һығымта яһаған: балалары һөйөүһеҙ үҫкән бит! “Уларҙы тәрбиәләүгә ниңә ваҡыт тапманым? Насарлыҡтан ни өсөн араламаным? Яҡшылыҡ менән яуызлыҡты айырырға ниңә ваҡытында өйрәтмәнем? Ниңә, ниңә?..”

Бер көндө, балалары менән йәнә низағҡа юлығып, уларҙы тыңлата алмағас, ҡатын аш бүлмәһенә сығып илай башлаған. Быны һиҙҙермәҫ өсөн һуған әрсегән була икән. Әсәһе килеп ингән дә:

– Ниңә илайһың? – тип һораған.
– Бигерәк “яуыз” һуған эләкте... Шундай төрҙәре була ла инде: илатмай ҡуймай.
– Моғайын, үҫкәнендә һыуҙы аҙ һипкәндәр...

Балалар менән дә шулай шул. Бәләкәй саҡтарында һөйөү-наҙға мохтажлыҡ кисертәһең икән, ҙурайғас, әсе күҙ йәшеңде түктерерҙәр.

(Д. Ишморатова тәржемәһе).

 

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:
Читайте нас: