

Һеҙҙе бай тип әйтәләрме – был бик һәйбәт. “Мин баймы? Кит әле. Осто-осҡа бәйләп саҡ йәшәйем. Бурысҡа батҡанмын, кредит түләйем”, - тип ҡаршылашырға ашыҡмағыҙ. Кәрәкмәй.
Берҙән, һеҙ көнсөлдәрҙе барыбер ышандыра алмаҫһығыҙ, улар һеҙҙе алдаҡсы тип кенә атар. Икенсенән, һеҙҙе файҙаланырға яратыусыларҙы ла кирегә дүндереп булмаҫ: уларға һеҙҙе бай тип һанау һәм һауып ятыу отошлораҡ.
Ә бына байлыҡ даланын өркөтөүегеҙ бик мөмкин. Яҙмыш бүләгенән ҡолаҡ ҡағыуығыҙ бар.
Һеҙ үҙегеҙ тураһында бай кеше тигән фекер тыуҙыра беләһегеҙ, тимәк. Һеҙҙең энергияғыҙ көслө. Ҡәнәғәт һәм эстән тыныс кешеһегеҙ. Яурынығыҙ артынан уңыш ҡул болғап торғаны күренә. Һеҙ уны күрмәйһегеҙ, ә бай тип һанаусылар күрә. Күрһендәр – бигерәк яҡшы.
Мин ярлы йәшәп тә, күптәрҙе көнләштергән кешеләрҙе белдем. Уларҙың ситса күлдәген Парижда һатып алынған тип уйланылар, ә аласығын – хан һарайы, һуған һурпаһын затлы деликатес тип һананылар. Тегеләрҙең быға иҫтәре лә китмәне һәм улар аҙаҡтан ысынлап та байыны.
Мине лә бай тип һананылар. Көндөҙгө бүлектә уҡығанымда, иремдең ата-әсәһе менән тар ғына фатирҙа күмәкләп йәшәгән саҡта ла бай тинеләр. Һәм студент ашханаһында йыш ҡына бер һум теләнселәй торғайнылар. Ә бит стипендия бөтәбеҙҙеке лә бер иш. Мин бирҙем, аҙаҡ кире ҡайтарығыҙ тип һорап та йөрөмәнем. Мин бай ҙа инде!
Эйе, етеш йәшәйем. Ә ысын байлыҡ киләсәк әле. Сөнки мин ваҡытында байлыҡ, уңыш, аҡса даланын лайыҡлы ҡабул иткәнмен. Бай тип уйлайҙар икән, ниңә бәхәсләшергә һәм буш кеҫәңде әйләндереп күрһәтеп торорға?
Һеҙ ҙә ҡабул итегеҙ. Был – яҡшы билдә. Бәхәсләшмәгеҙ. Әрһеҙ һораныусыларға аҡса бирмәҫкә мөмкин – тик мин ярлы тип раҫларға кәрәкмәй. Бай тиһәләр – эстән генә минең кеүек “Ҡабул итәм” тип әйтегеҙ. Бына күрерһегеҙ, тиҙҙән үҙегеҙ күрмәгән, әммә башҡалар артығыҙҙа күргән байлыҡ даланы көттөрмәй килеп тә етер...
Анна Кирьянованан тәржемә.