Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
14 Апрель 2023, 12:12

Ваҡытында "йолҡоп" ташла

– Бер ни ҙә аңламайым... – тип бошонҡо тауыш менән әйтеп ҡуйған малай. – Беҙ сәскән, көн дә һыу ҡойған үҫентеләр һаман йүнләп үҫеп китә алмай. Ә бер ниндәй иғтибар булмаған ҡый үләндәре бөтөн ерҙе баҫып бара...

Ваҡытында "йолҡоп" ташла
Ваҡытында "йолҡоп" ташла

Олатай менән ейәне түтәлдәрҙәге ҡый үләндәрен утап йөрөй икән.

– Бер ни ҙә аңламайым... – тип бошонҡо тауыш менән әйтеп ҡуйған малай. – Беҙ сәскән, көн дә һыу ҡойған үҫентеләр һаман йүнләп үҫеп китә алмай. Ә бер ниндәй иғтибар булмаған ҡый үләндәре бөтөн ерҙе баҫып бара...

Олатай йылмайып ҡуйған:

– Тормошта ла шулай, улым. Әҙәм балаһы өсөн әһәмиәтле, ҡиммәт булған һәр нәмә унан күп хәстәрлек, иғтибар, көс талап итә. Ә кәрәкһеҙҙәр үҙҙәре үк “йәбешергә” әҙер. Тормошто боҙмаһындар өсөн уларҙы ваҡытында “йолҡоп” ташларға кәрәк.

 

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: