- Улым, уҡыу йортон ҡыҙыл диплом менән бөттөң. Вәғәҙә иткәнемсә, һиңә автомобилемде бүләк итәм, — тип атаһы улына тиҫтәләгән йыл элек алған машинаһын бирә. — Әммә иң тәүҙә иҫке машиналарҙы алған ергә бар. Был автомобиль өсөн күпме аҡса бирерҙәр икән?
Улы атаһын тыңлап, әйткән ергә барып килә.
- Атай, унда миңә 200 мең һум бирәм тинеләр. Машина ныҡ иҫке.
- Хәҙер ломбардҡа барып хаҡын белеш, — ти атаһы.
- Унда бөтөндәй 100 мең һум ғына тәҡдим итәләр, — ти улы, ломбардҡа барып килгәс.
- Улайһа, автомобиль яратыусылар клубына барып һорашып ҡара, — ти атаһы.
Улы шулай итә лә.
- Атай! — тип аптырап ҡайтып инә. — Унда миңә миллиондан ашыу һум тәҡдим иттеләр. Баҡтиһәң, был бик һирәк сыҡҡан автомобиль, һәр кем үҙенең коллекцияһына алырға теләй!
- Бына шулай, — ти атаһы. — Дөрөҫ урында ғына һиңә дөрөҫ баһа бирәсәктәр. Шуны хәтереңдән сығарма, улым.
ӘГӘР ҺЕҘҘЕ ТЕЙЕШЕНСӘ БАҺАЛАМАҺАЛАР, ҮПКӘЛӘМӘГЕҘ. ТИМӘК, ҺЕҘ ҮҘ УРЫНЫҒЫҘҘА ТҮГЕЛ. УЛ УРЫНДА ҠАЛЫРҒА ЛА КӘРӘКМӘЙ. ҠӘҘЕРЕГЕҘҘЕ БЕЛГӘНДӘРҘЕ ЭҘЛӘРГӘ ҠУРҠМАҒЫҘ!