Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
3 Июль 2023, 12:49

СЫНАЯҠТАР

Бер көндө профессорға ҡунаҡҡа элекке студенттары килә. Яңылыҡтар менән уртаҡлашып бөткәс, эш тураһында ла һүҙ сыға. Ҡунаҡтар уҡытыусыларына эштә осраған ауырлыҡтар, бөтмәҫ стрестар хаҡында һөйләй.

СЫНАЯҠТАР
СЫНАЯҠТАР

Бер көндө профессорға ҡунаҡҡа элекке студенттары килә. Яңылыҡтар менән уртаҡлашып бөткәс, эш тураһында ла һүҙ сыға. Ҡунаҡтар уҡытыусыларына эштә осраған ауырлыҡтар, бөтмәҫ стрестар хаҡында һөйләй.

Профессор уларҙы тыңлағандан һуң, сәй тәҡдим итә. Аш бүлмәһенән сәйнүк менән төрлө-төрлө сынаяҡтар алып сыға. Ҡайһы бер һауыт — гәлсәрҙән, ҡайһы берҙәре — быяланан, ҡайһылары пластиктан була.

- Ҡарағыҙ, һеҙ шунда уҡ иң матур һауыттарҙы алып бөттөгөҙ. Өҫтәлдә тик арзанлы һәм йәмһеҙҙәре генә ҡалды. Шуның арҡаһында ла ауырлыҡтар кисерәһегеҙ. Сәйҙең тәме бит һауыттың хаҡынан тормай! Һеҙ бит ысынында сәй генә эсәбеҙ тигәйнегеҙ. Ә хәҙер иң ҡиммәтле сынаяҡтарҙы һайлап алдығыҙ ҙа, кемгә ниндәй эләккәнен ҡарап ултыраһығыҙ.

Уйлап ҡарағыҙ: ғүмер — ул сәй, сынаяҡ — ул эш, аҡса, статус, ғүмер алға барһын өсөн кәрәк ҡорал.  Йыш ҡына сынаяҡтың сифаты тураһында уйлап, сәйҙең тәмен онотабыҙ.

 

ИҢ БӘХЕТЛЕ КЕШЕЛӘР — БӨТӘ НӘМӘҺЕ ЛӘ БУЛҒАНДАР ТҮГЕЛ, ИҢ БӘХЕТЛЕ КЕШЕЛӘР — БӨТӘ НӘМӘНӘН ДӘ ҠЫУАНЫС ТАБА БЕЛГӘНДӘР. 

 

(Тәржемә)

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: