Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
15 Июль 2023, 11:50

КЕШЕ ҺӘМ АУЫРЛЫҠТАР

— Шул тиклем арыным, — ти ҡыҙы бер көн атаһына. — Эшемдә бер нәмә лә килеп сыҡмай, шәхси тормошом юҡ, дуҫтарыма ваҡыт таба алмайым... Ауырлыҡтарҙы нисек еңергә була?

КЕШЕ ҺӘМ АУЫРЛЫҠТАР
КЕШЕ ҺӘМ АУЫРЛЫҠТАР
Шул тиклем арыным, — ти ҡыҙы бер көн атаһына. — Эшемдә бер нәмә лә килеп сыҡмай, шәхси тормошом юҡ, дуҫтарыма ваҡыт таба алмайым... Ауырлыҡтарҙы нисек еңергә була?
Мин һиңә хәҙер күрһәтәм, — ти атаһы.

Ир плитәгә өс кәстрүл ҡуя ла береһенә — кишер, икенсеһенә — йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡәһүә һала.  Һыу ҡайнап сыҡҡас:

Ризыҡтар менән нимә булды? — тип ҡыҙынан һорай.
Кишер менән йомортҡа беште, ә ҡәһүә ирене, — ти ҡыҙы.
Дөрөҫ. Ҡаты кишер ҡайнар һыуҙа йомшарҙы. Йомортҡа, киреһенсә, ҡатты. Тыштан шул уҡ ҡалһалар ҙа эстән ныҡ үҙгәрҙеләр. Кешеләр ҙә шулай: көслө күренгәндәрҙең ауырлыҡтарҙы күтәрә алмаған саҡтары була, ә үҙен көсһөҙ тип иҫәпләгәндәр, ҡатмарлыҡтар тыуһа, батыр булып сыға.
Ә ҡәһүә?
Ҡәһүә иң ҡыҙығы. Ул тулыһынса эрене, әммә ҡайнар һыуҙы тәмле эсемлеккә әйләндерҙе. Ҡайһы бер кешеләрҙе ваҡиғалар үҙгәртмәй, улар үҙҙәре бөтә хәлде кәрәкле йүнәлешкә бора һәм тик файҙа ала.

 

ҒҮМЕР, ҮКЕНЕСКӘ КҮРӘ, ТИК БӘХЕТТӘН ГЕНӘ ТОРМАЙ. ЯҘМЫШ КЕШЕ АЛДЫНА ҘУР ҺЫНАУҘАР ҘА ҠУЯ. АУЫРЛЫҠТАРҘЫ НИСЕК ҮТКӘРЕҮҘЕ ҺӘР КЕМ ҮҘЕ ҺАЙЛАЙ: ЕБЕП ТӨШӨРГӘМЕ, КӨСЛӨРӘККӘ ӘЙЛӘНЕРГӘМЕ,ӘЛЛӘ УЛАРҒА БӨТӨНЛӘЙ ИҒТИБАР ИТМӘҪКӘМЕ...

 

Тәржемә.

Автор:
Читайте нас: