Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
14 Август 2023, 19:20

Сөскөргәндә нимә тип әйтергә?

Түбәндәге хәҙисте уҡығас, һәр кем үҙе хәл итһен ним әйтергә – ҡайһы осраҡта сауап яҙыла һәм  Аллаһ беҙҙән риза, ҡайһы осраҡта – юҡ.

Сөскөргәндә нимә тип әйтергә?
Сөскөргәндә нимә тип әйтергә?

Йәки Аллаһ кешенең  сөскөргәнен  ярата һәм иҫнәгәнен яратмай.

Беҙҙең йәмғиәттә берәйһенең сөскөргәнен ишеткәс:” Будь здоров (а)!”-тип теләк теләү ғәҙәткә ингән. Сит-ят ғәҙәт-ҡылыҡты беҙҙән шәп үҙләштереүсе юҡ шул.

Өләсәйҙәр беҙҙе иһә:” Сөскөрһәгеҙ, әлхәмдүлилләһ, тип әйтегеҙ, кешенең сөскөргәнен ишетһәгеҙ, йәрхәмүкәАллаһ, тип әйтегеҙ!”-тип өйрәтте.

Түбәндәге хәҙисте уҡығас, һәр кем үҙе хәл итһен ним әйтергә – ҡайһы осраҡта сауап яҙыла һәм  Аллаһ беҙҙән риза, ҡайһы осраҡта – юҡ.

Әбү Һөрәйрәнән еткерелә, Аллаһ унан риза булһын, пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “ Ысынбарлыҡта, Аллаһ сөскөрөүҙе ярата, ә иҫнәүҙе (зевота) – юҡ! Әгәр һеҙҙең аранан кем дә булһа сөскөрһә, ӘЛХӘМДҮЛИЛЛӘҺ (Аллаһҡа маҡтауҙар булһын), тип Аллаһҡа рәхмәт әйтһен, һәм уың сөскөрөп ӘЛХӘМДҮЛИЛЛӘҺ, тигәнен ишеткән мосолман ЙӘРХӘМҮКӘАЛЛАҺ (Аллаһ һине ярлыҡаһын!), тиһен. Ул саҡта сөскөрөүсе: “Йәһдикүмуллаһү үә йуслих бәәләкүм” (Аллаһ һеҙгә һиҙәйәт бирһен һәм барлыҡ эштәрегеҙҙе яҡшыртһын!” –тип әйтһен.

Иҫнәүгә килгәндә, ысынбарлыҡта, иҫнәү – шайтандан, һәм һеҙҙең кемегеҙҙең булһа ла иҫнәгеһе килһә, ул хәленән килгән тиклем иҫнәүен баҫырға (туҡтатырға) тырышһын, сөнки кем дә булһа ауыҙын ҡулы менән япмай иҫнәгәндә, шайтан унан көлөп тора” (риүәйәт – Бохариҙан 1674(6226).

Үәт бит, боронғо кеше наҙан булған, тиһәләр ҙә, беҙҙең олатай-өләсәйҙәр хәҙистәге ғилемде белгән, шуға күрә беҙ иҫнәгәндә: “ Ауыҙығыҙҙы баҫығыҙ, шайтан, ауырыу инә!”-тип ҡурҡыталар ине... Тиккә булмаған тыйыуҙары.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: