104-се ижад миҙгелен Башҡорт дәүләт академия драма театры 4 октябрҙә “Килен” мелодрамаһы менән асасаҡ. Режиссёры - Фирғәт Ғарипов. Ошо уңайҙан театр “Килен менән ҡәйнә” рубрикаһын асып ебәргән. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Ейәнсура килене Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаеваның хәтирәләре.
“Беҙҙең ҡәйнәләр тыйнаҡ, ипле ауыл ҡатындары. Ҡәйнәм менән булған, хәтеремә уйылып ҡалған бер мәлде тамашасыларға ла еткерәйек.
Филүс менән дуҫлашып йөрөгән ваҡытта уҡ ул әсәһен «Әсәйем бик уңған, аш-һыуға оҫта, уның бешергән аштарына берәүҙеке лә етмәй, ныҡ һағындыра уның аштары» тип маҡтай ине. Ысынлап та, ҡәйнәм тап шулай булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы хәҙер инде 10 йылға яҡын ҡәйнәм Зәйтүнә Ғатаулла ҡыҙы арабыҙҙа юк...
Мин сығышым менән Әбйәлил районы ҡыҙы, ә Филүс Ейәнсура районы Буранғол ауылынан. Туйҙа беҙҙең яҡтарға Ейәнсурала нисек был мәжлесте үткәреүҙәре, нимәләр менән һыйлауҙары бик ҡыҙыҡ ине. Ысынлап та ошо туй табыны уҡ ҡәйнәмдең оҫта ҡуллы хужабикә икәнлеген күрһәтте. Әбйәлилдәр ҡәйнәмдең егәрлелеген бик юғары баһаланылар.
Өйләнешеп бер-аҙ ваҡыт үткәс, ҡәйнәм Өфөгә беҙгә ҡунаҡҡа килергә булды. Мин, әлбиттә, борсолоп уйға баттым, ҡәйнәмде хайран ҡалдырыр өсөн өҫтәлгә нимә генә әҙерләп ҡуйырға икән? Һәйбәт килен булып күренге килә бит инде. Уйлана торғас, әхирәтемде ярҙамға саҡырҙым. Ул күптән кейәүҙә, аш-һыу бешерергә лә оҫта ҡуллы.
Шулай итеп Роза плов бешереп китте. Ҡәйнәм килгәс тегене өҫтәлгә ҡуйҙым, Филүс менән маҡтап-маҡтап, тәмләп ашанылар. Ҡәйнәм хатта: «Килен, кишерҙе лә матурлап, тейешенә килтереп, йыбанмай, оҙонсалап турағанһың, мин ней шаҡмаҡлап турайым да ҡуям ул»,– тине. Бер һүҙ менән әйткәндә ҡәйнәмә оҡшаны, яҡшы баһаланы теге пловты.
Иртәгәһенә сәй табыны әҙерләп йөрөгәндә Филүс өҫтәлдә таныш түгел бысаҡ күреп ҡалып, һорай һалды минән: «Ниндәй сит бысаҡ ул беҙҙә, әллә һатып алдыңмы», – ти. Мин уйламаҫтан «Һуң кисә Роза плов бешергәндә үҙенең бысағын килтергән ине, онотоп киткән», тип әйттә һал. Дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ, бер генә бүлмә, ҡәйнәм шунда уҡ ултыра. Әммә ул был һүҙҙәрҙе ишетмәмешкә һалышты ла ҡуйҙы.
Шуның менән был тарих тамам. Иң мөһиме, ҡәйнәм миңә ошо хәлде бер ваҡытта ла хәтергә төшөрмәне, төрттөрөп тә бер ҙә өндәшмәне. Ә бына халыҡтың “Килен ҡәйнә тупрағынан ярала” тигән тапҡыр әйтемен хәтергә алып йыш ҡына: “Килен, һин миңә оҡшап тәмле әҙерләйһең” – тип маҡтай ине”.
Сығанаҡ: Башдрам.