... Донъяла төрлө хәл-ваҡиғалар була: бәлки асыуланышҡанһығыҙҙыр, бер-берегеҙҙе яңлыш аңлағанһығыҙҙыр, бәлки насар уйлы кешеләр арағыҙға ҡара йылан ебәргәндәрҙер, бәлки мөлкәт бүлешә алмағанһығыҙҙыр, бәлки .....
Унда нимә генә булһа ла тормоштоң ваҡ ығы-зығыһынан өҫтә ҡалырға көс таба белегеҙ! Донъя фани, бер кем дә мәңгелеккә килмәгән! Кеше тыуғас аҡ биләүгә һалалар, киткәндә лә аҡ кәфенлектән башҡа бер нимә лә кәрәкмәйәсәк...
Әсәйегеҙ Һеҙҙе донъяға саф итеп, яратып, ыҙалар сигеп тапҡан , һеҙгә ғүмер, яҡты донъя бүләк иткән, үҫтергән !.. Бәлки, мәшәҡәттәр менән яңлышҡан, хаталанған саҡтары ла булғандыр... Ул фәрештә түгел ! Кисерегеҙ уларҙы, мәрхәмәтлелек күрһәтегеҙ, сауаплы булырһығыҙ !
"Балам!" - тип, атай-әсәйегеҙҙең күҙ йәше түгелмәһен !
Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
0 °С
Болотло