Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
26 Август 2023, 12:54

Ғәйепте кешенән эҙләмә

Әгәр һинең ғәйбәтеңде һөйләһәләр — шатлан. Тимәк, һинең тормошоң ҡыҙыҡлыраҡ.

Ғәйепте кешенән эҙләмә
Ғәйепте кешенән эҙләмә

Әгәр өмөтөңдө аҡламайҙар икән, тимәк, артыҡ күпкә өмөтләнгәнһең.

Әгәр һине аңламайҙар икән, тимәк, аңлата белмәгәнһең.

Әгәр дуҫ тигәнең дошманға әйләнһә, тимәк, дуҫты таный белмәгәнһең.

Әгәр яҡшылығыңды күрмәһәләр — үпкәләмә. Яҡшылыҡты бурысҡа эшләмәйҙәр.

Әгәр кемдер һиңә насарлыҡ ҡылһа, һин дә насарлыҡ эшләргә ашыҡма. Һин унан өҫтөн, онотма.

Әгәр һинең ғәйбәтеңде һөйләһәләр — шатлан. Тимәк, һинең тормошоң ҡыҙыҡлыраҡ.

* * *
Күңелеңә хөсөтлөк, мәкер, көнсөллөк, аҙғынлыҡ, тәкәбберлек, мин-минлек кеүек насар хистәрҙе индермә! Насарлыҡ эшләмәү — үҙе яҡшылыҡ. Ниндәй генә осраҡта ла кеше булып ҡал!

Автор:
Читайте нас: