Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
12 Октябрь 2023, 16:55

Сәскәсе Зөлфәт ағай

Һеҙҙең яҡта ошондай шәп кешеләр бармы? 

Сәскәсе Зөлфәт ағай
Сәскәсе Зөлфәт ағай

Был сәскәләрҙе Баймаҡ районының Әхмәр ауылынан Зульфат Йәнтурин үҫтергән. Ғүмер баҡый колхозда тир түккән уҙамандың шөғөлө айырыуса ҡатын-ҡыҙ төркөмдәштәребеҙҙең иғтибарына лайыҡтыр.

Ғөмүмән, Мәрүәр һәм Зөлфәт Йәнтүриндарҙың баҡсаһында йәшелсә-емештең ниндәй генә юҡ. Ә Зөлфәт ағай үҫтергән сәскә төрҙәре утыҙға барып етә! Күптән түгел ул ауыл биләмәһендә үткәрелгән сәскә үҫтереүселәр конкурсында 1-се урын яулаған.

Ихатаһын гөл-сәскә менән йәмләп, ғаиләһен һәм ауылдаштарын ҡыуандырып йәшәгән уҙаманға афарин!

«Бәхетнамә».

Автор:
Читайте нас: