+1 °С
Болотло
12 йәшлек ҡыҙ кейәүгә сығам тип, өйҙән ҡасҡан. Волгоград өлкәһендә көн итеүсе алтынсы класс уҡыусыһы әсәһенә уҡыуын ташлап Пензала йәшәүсе егетенә китеүен хәбәр итә.
SHOT Телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, 1 ноябрь көндө үк дәрестән ҡайтҡас, ҡыҙ Волгоград янында урынлашҡан Дубовый Овраг ауылынана такси саҡыртҡан да, һуңыраҡ өлкәндәр фаразлауынса, вокзалға юлланған.
"Кейәү егет"нең кем икәнлеге билдәле булмаған, шулай ҙа ҡыҙ уның менән социаль селтәрҙәрҙә танышҡандыр, тип фаразлайҙар.
Ҡыҙ мәктәптә яҡшы уҡыған, әлегәсә өйҙән ҡасып киткәне булмаған. Уның буласаҡ "ире"нең шәхесе билделәнә. Полицейскийҙар шулай уҡ ҡыҙҙы күреүсе шаһиттарҙы эҙләй.