Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
11 Декабрь 2023, 13:13

Яңы йортҡа күсеүселәргә кәңәштәр

Яңы йортҡа күскәндә ниндәй доға уҡырға?Яңы өйҙә бәрәкәт булһын өсөн нимә эшләргә?

Яңы йортҡа  күсеүселәргә кәңәштәр
Яңы йортҡа күсеүселәргә кәңәштәр

Һеҙҙең ғаиләгеҙ яңы өй йәки фатирға күсә. Кешеләрҙең күпселеге өсөн был ваҡиға , бер яҡтан ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс, шул уҡ ваҡытта күп кенә мәшәҡәтле хәстәрлек минуттарын талап итә.
Был моменттарҙа эшләнә торған практик эштәр- элекке фатир йәки өйҙө ни эшләтергә, әйберҙәрҙе төйнәү, күсереү, урынлаштырыу, аҡса һәм документтар менән эш итеү, уборка яһау һәм башҡа хужалыҡ проблемаларынан тыш, Аллаһҡа ышанған кеше был моменттарҙа яңы урында бәрәкәт һәм Аллаһу Тәғәләнең рәхиме булһын өсөн ни эшләргә, уның өсөн ниндәй доға уҡырға, ниндәй ғәмәлдәр ҡылырға тип уйлана.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, беҙ Аллаһ ярҙамы менән, артабанғы һөйләшеүҙе дауам итәйек.
Яңы йортҡа күсенеүселәргә ҡайһы бер практик кәңәштәр биреп китһәк тә, яҙыҡ булмаҫ.
!. Был эш буйынса документтарға иғтибарлы булығыҙ! Күсенеүгә тигән бөтә документтарҙы оформить итегеҙ. Һәм уларҙы башҡа әйберҙәр менән ҡатышып был ҡаңғырыҡта юғалмаһын өсөн билдәле папкаға йәки сумкаға һалып айырым тотоғоҙ!

!!. Күсенергә йыйына башлағас та, бөтә әйберҙәрегеҙҙе ҡарап сығығыҙ, ғүмер буйы йыйған нәмәләрегеҙҙең бөтәһен дә яңы өйгә күсерергәме, юҡмы, хәл итегеҙ. Иң яҡшыһы, әйберҙәрҙең бер өлөшөн- элекке кейем –һалым, аяҡ кейемдәре,ташларға ҡул теймәгән иҫке мебель, уйынсыҡтарҙы ташларға тура килә, ә тотонорға яраҡлыһын мохтаждарға таратығыҙ.

!!! Был ревизиянан һуң ҡалған әйберҙәрегеҙҙе сумкаға, коробкаларға, тоҡтарға тултырығыҙ. Үҙ ғүмерендә бер булһа ла күсенгән кеше төйнәлгән әйберҙәрҙең нумерланған тарала(тоҡ,коробка) булыуы яҡшы икәнен белә. Тик уларҙы нумерлап дәфтәргә йәки компьютерға исемлек төҙөп яҙып ҡуйырға онотмағыҙ. Тараның үҙенә, номерҙан башҡа, бер нәмә лә яҙмағыҙ. Күскәс тә кәрәк буласаҡ иң мөһим көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы айырып һалырға онотмағыҙ. Халыҡта күсенеүҙе нимә менән генә сағыштырмайҙар. Ә беҙ яҡшы өмөттәр менән был шатлыҡлы мәшәҡәткә сумайыҡ.

Әле яңы фатирҙы тәртипкә килтерәһе бар. Әгәр талап ителһә, өй ишегенә яңы йоҙаҡ ҡуйыу, сантехника, тәҙрә, вентиляция, электр үткәргестең төҙөклөгөн тикшереү һымаҡ эштәрҙе лә иҫтә тотайыҡ.

Ә хәҙер инде был проблеманың рухи яғына күсәйек. Нисек итеп ғаиләбеҙ менән йәшәргә күскән яңы ерҙә Аллаһу Тәғәләнең рәхименә һәм ризалығына өлгәшергә, Унан фатиха алырға?

1.Яңы өйгә, фатирға уң аяҡ менән
Бисмилләәһир-рахмәәнир- рахиим!- тип керегеҙ, сәләм бирегеҙ.
Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткәнде
сәхәбәһе Әнәс( Аллаһ унан риза булһын) тапшырған-( был ҙур хәҙистән бер өҙөк):
”Әй, улым! Өйгә ҡасан ғына инһәң дә, сәләм биреп ин. Был һинең һәм һинең ғаиләң өсөн бәрәкәт сығанағы булыр”.(Сунан Тирмизи).

2.Яңы йортҡа күскәндә ниндәй доға уҡырға?
Яңы урынға күскәндә, Аллаһу Тәғәләгә доғалар,теләктәр менән мөрәжәғәт итегеҙ, һәм Унан яңы урында бәрәкәт,етеш көнкүреш, тыныс тормош булдырыуҙа ярҙам итеүен һорағыҙ.
1).Аллаһүммә, ғфир лии ҙәмбии, үә үәссиғ лии фии дәәрии, үә бәәрик лии фии ризҡый.
Мәғәнәһе: Аллаһым, минең гонаһымды мәғфирәтең менән ғәфү ит, минең йортомдо миңә киң ҡыл һәм минең ризығымда миңә бәрәкәт бир.

2).Әғүүҙү бикәлимәәтил-Ләһит- тәәәммәти миң шәрри мәә халәҡ.
Мәғәнәһе:
Аллаһу Тәғәлә барлыҡҡа килтергәндең яуызлығынан Уның камил кәлимәләренә (һүҙҙәренә) һыйынам.

Теләктәр. Доғалар.

-Миңә ғаиләм менән бергә йәшәр өсөн оя бүләк иттең,Раббым! Һиңә шөкөр булһын!Мине һәм ғаиләмде был өйҙә бәхетле ит!

-Йә,Аллаһым! Беҙҙе бәлә-ҡазаларҙан үә һәләкәттән һаҡла! Был өй гонаһтар түгел, изге эштәр ҡыла торған урын булһын!Өҫтәлебеҙҙә хәрәм ризыҡтар булмаһын!

-Раббым!Күршеләремә зыян ҡылыуҙан мине һаҡла! Изге күңелле күрше ит!

-Йә, Аллаһым! Беҙгә һаулыҡ һәм сәләмәтлек бир! Мул ризыҡ биреп, доғамды ҡабул ҡыл!

2. «Әл-Бәҡара» сүрәһен уҡыу- аят Әл-көрси йәки бер нисә аят.
Әбү Өмәмәнән(Аллаһ унан риза булһын) тапшырыла.
Аллаһ Илсеһе әйткән: “Бәҡара” сүрәһен уҡығыҙ, уны уҡыу изгелеккә илтә, ә унан баш тартыу ҡайғы һәм үкенеүҙәрҙең сәбәбе булырға мөмкин, сөнки бер ниндәй сихыр ҙа уға ҡаршы тора алмай. (Сахих Муслим).
Әбү Һөрәйрә(Аллаһ унан риза булһын) тапшырыуында Пәйғәмбәр(с.ғ.с.) һүҙҙәре бирелә:
“...Бәҡара сүрәһе уҡылған өйҙән шайтан сығып ҡаса”.

Ҡөрьән- фатиха алыу өсөн иң күркәм, ышаныслы сығанаҡ икәнен билдәләп үтке килә. Кем Аллаһтың бәрәкәтенә ирешергә теләй, ул Ҡөрьән уҡып өйрәнһен, һәм уны йортоноң йәки йәшәгән башҡа урынының иң ҡәҙерле ерендә,түрҙә, Ҡөрьән китабын дөрөҫ тотоу,уҡыу әҙәптәрен ныҡ күҙәтеп, оло ихтирам менән һаҡлаһын.Һәр мосолман йортонда Ҡөрьән булырға тейеш. Әлбиттә, матурлыҡ өсөн түгел, йәки һаташҡанда баш аҫтына һалыу өсөн дә түгел.
Йортта булған Ҡөрьән уҡылырға тейеш. Унда Аллаһ һүҙҙәре яҙылған- һәр мосолманға йәшәү өсөн инструкция тип әйтергә лә була.

3. Аҙан әйтеү.
Әбү Һөрәйрә(Аллаһ унан риза булһын), Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ. с.) әйткәнен тапшырған:
«Мәзин аҙан әйтә башлаһа, шайтан ашығып ҡасып китә». (Сахих Бухари, Сахих Муслим).
Ошо әйткәндәргә нигеҙләнеп, кешеләр яңы өйгә күсер алдынан аҙан ҡысҡыртҡандар, сөнки аҙанда шайтанды ҡыуыу көсө бар.

4. Өйөгөҙҙө дин бәрәкәте менән тултырығыҙ һәм өйҙә Аллаһ тарафынан тыйылған бер нәмәне лә тотмағыҙ.
Әгәр ҙә ғаилә ағзалары дин тотһа- намаҙ ҡылһалар,Ҡөрьән уҡыһалар, зикер һәм доғала булһалар, һәм өйҙәрендә тыйылған нәмәләрҙе – харам ризыҡ,спиртлы эсемлектәр, кеше, хайуан статуэткаларын,бюстарҙы- тотмаһа, был өйҙә Аллаһ рәхиме һәм бәрәкәте булыр, шайтан йыраҡ булыр.
Зәйд ибн Сабит (Аллаһ унан риза булһын) тапшырыуында Пәйғәмбәр Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: -
«Өйҙәрегеҙҙә нәфел намаҙҙары уҡығыҙ, сөнки, иң яҡшы намаҙ( фарыз намаҙҙарҙан тыш)- өйҙә уҡылған намаҙ»,- тигән.(Сахих Бухари).

5.Туғандарығыҙҙы һәм дуҫтарығыҙҙы Өй туйларға саҡырығыҙ.
Билдәле булыуынса, ҡунаҡтар өйгә бәрәкәт алып килә- бигерәк тә улар изгелекле, тәҡүә кеше булһа. Яңы өйгә, фатирға күскәс, «Өйөмә аят уҡытам»,-тигәнде йыш ишетергә тура килә.
Аят уҡырға дини белемле муллаға әйтеү яҡшыраҡ. Был мәжлестә Ҡөрьәндән «Бәҡара» сүрәһенән аяттар, «Рахмән» сүрәһен уҡыйҙар, доға ҡылалар. Шулай уҡ, һеҙҙе яңы өйөгөҙ менән ҡотларға килгән туғандарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан, һеҙҙең бөтәһе лә яҡшы булһын өсөн, доға ҡылыуҙарын һорарға мөмкин. Бергәләп Ҡөрьән уҡыу, зикер, Пәйғәмбәргә(с.ғ.с.) салауаттар әйтеү яҡшы.
Бер хәҙистә килә:
«Оло йәштәге тәбиғиндәрҙең береһе Урва ибн Зөбәйр(Аллаһ уны ярлыҡаһын) үҙе төҙөгән яңы йортҡа Мәҙинә ҡалаһының кешеләрен саҡырған. Был хәҙистә, саҡырылған бөтә кешеләр ҙә:- Яңы өйҙә бәрәкәт булһын,- тип доға ҡылдылар, тип әйтелә. (Сияр әләм ән-нүбәлә,т.4,428-се бит).

6.Яҡшы күршеләр булығыҙ!
Яңы урынға күскәс, һеҙгә күрше буласаҡ кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға тырышығыҙ. Мөмкин булһа, яҡынданыраҡ танышығыҙ. Уларға ҡамасауламағыҙ, шауламағыҙ.
Аллаһ Илсеһе(саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:

«Кем Аллаһҡа һәм Һуңғы Көнгә ышана, үҙенең күршеһенә хөрмәт менән ҡараһын,ихтирам итһен».(Әл-Бухари һәм Муслим).

Ошо ҡатмарлы булмаған кәңәштәр, заман ауырлыҡтарына ҡарамай,яңы фатир алып,йәки киләсәктә яңы өй һалып сығырға ниәтләгән мосолмандар өсөн файҙалы булыр,тигән ниәттән сығып яҙылды. Аллаһ риза булһын!
Күсенеү мәшәҡәттәрен имен-аман атҡарып, яңы урында Аллаһтың фатихаһын алып именлектә, һаулыҡта оҙон ғүмер кисерергә насип булһын!

Автор:
Читайте нас: