Ауылда ир менән ҡатын йәшәгән. Ҡатындың бер ҡыҙыҡ ғәҙәте булған. Ул һәр иртә кер элеп йөрөгән күрше ҡатынды тәҙрә аша күҙәткән.
- Керен ҡалай бысраҡ итеп йыуған, — тип иренә өндәшә. — Моғайын, йә һабыны насар, йә бөтөнләй йыуа белмәйҙер.
Ире ҡатынының һүҙҙәренә иғтибар итмәй. Иртәгә иртәнсәк тағы ла шулай һөйләшеү була. Ире был юлы ла өндәшмәй. Ә өсөнсө көн ҡатын тәҙрәгә ҡарап аптырап китә.
- Ҡалай кере тап-таҙа! Ниһәйәт кер йыуырға өйрәнгәндер, — тип көлә.
- Юҡ, – ти уға ире. — Мин бөгөн иртәрәк тороп, тәҙрәне йыуҙым...
КЕШЕНЕ ТИК ҮҘЕНЕҢ ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕН КҮРӘ БЕЛМӘГӘН ГЕНӘ ТИКШЕРӘ. БАШҠАНЫ ЯМАНЛАП, УНЫҢ ТУРАЛА ЯЛҒАН ҺҮҘ ТАРАТЫР УРЫНЫНА ҮҘЕБЕҘ КАМИЛЛЫҠҠА ЫНТЫЛАЙЫҠ!
Тәржемә.