Аумаҫ ҡалпаҡ кеймәгәнһең...
(Танышым һөйләгәненән)
Йәш саҡтан уҡ аралашып, ҡатнашып йөрөгән таныштарыбыҙ Өфөгә күсеп килергә булғас, тәү көндәре ике балалары менән беҙҙә фатирға килеп төштөләр. Үҙҙәренә фатир тапҡылағансы, йәшәнеләр. Ҡатыны булдыҡлы, бик тә белемле, ойоштороу эштәренә һәләтле кеше ине. Үҫергә лә үҫергә генә тейеш ине ул. Шуның өсөн бархәлсә ярҙам итеп, пропискаға индерешеп ебәрҙек. Эшен үҙе тапты. Тиҙ арала баҫҡыстарҙан-баҫҡысҡа юғары үрләй башланы. Ниһайәт, ҙур ғына вазифаға билдәләп ҡуйҙылар.
Мине районға эшкә ебәрҙеләр. Ғаиләм менән күсеп китергә тейеш инем. Улым бына-бына урта мәктәп тамамларға, институтҡа инергә әҙерләнә, ҡыҙым да, ауылға бармайым, училищеға уҡырға инәм, тип әҙерләнә. Фатирымды тапшырмай ғына китәйем, балаларыма ҡалһын, тип уйлаштыҡ. Мәсьәләне ыңғай хәл итеремә ышанып килдем, сөнки теге таныш ҡатын — хәҙер минең етәксем ине. Алыҫ ҡына ятҡан райондан килдем. Бер юлы вазифалы урыны менән дә ҡотлармын, тип уйланым. Эш аҙағына тиклем үк ҡалмай килеп етергә тейеш инек. Өфө светофорҙары, күпер төбөндәге тығылыштан йырып сығырмын тимә. Сәғәткә ҡарап борсолам. Алты тулыр алда ғына саҡ килеп еттем. Секретарь ҡыҙ:
— Беҙҙең етәксе эш аҙағында ғына килеүселәрҙе яратмай.
Ҡабул итмәҫ ул, — ти.
— Мин бик алыҫ райондан килдем. Исем-шәрифемде әйтһәгеҙ, ҡабул итер, — тип ныҡышам.
Секретарь ҡыҙ инеп китте, әммә кире яуап алып сыҡты.
— Иртәгә иртүк иң беренсе булып инерһегеҙ, — тине.
— Һуң, һылыуҡай, бер ауыҙ һүҙ өсөн уттай эш ваҡытында тотош көнөм әрәм була бит. Мин хәҙер төндә ҡайтып китәм. Иртәгә иртәнсәк районда кәңәшмә билдәләгәнмен.
— Аңлайым. Тик түрә апай ҡабат-ҡабат ныҡышҡанды яратмай. Беләһегеҙме, көн һайын һеҙҙең һымаҡ берәй танышы килеп сыға, көн һайын һуңлап ҡайтырға тура килә. Ул да кеше бит...
Кире боролоп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Баҫҡыстар буйлап төштөм. Етәксе лифт менән төшкәндер. Бинаның тышҡы ишеге янында тап булыштыҡ. Һәм ул мине күрмәмешкә һалышып, башын боробораҡ йәһәтләп атлап сығып китте лә, машинаһына ултырҙы. Машина янында ире баҫып тора ине. Мин тупһала баҫып ҡарап ҡалдым. Шул уҡ көндө ҡайтып киттем һәм башҡаса килмәнем. Ике йылдан аҙ ғына ашыуыраҡ ултырҙы был вазифаһында. Байтаҡ ваҡыт эш таба алмай йөрөгән, тип ишеткеләп ҡалдым. Мин дә партияның район комитетында баш белгес булып бер аҙ эшләнем дә партияның Өлкә комитетына эшкә алдылар. Фатир бирҙеләр. Бер көн урамдан үтеп барһам, ҡар шыма был ҡатын тап булды. Ҡартайған, йәшенән алда бөкөрәйеп төшкән. «Яуызлыҡ кешенең иңенә баҫа ул», — ти торғайны өләсәйем. Шулайҙыр. Башҡа кешеләрҙән дә уның бик дорфа етәксе булыуы, кешеләргә көн күрһәтмәүе, хәлгә инә белмәүе хаҡында ишеткеләгәйнем. Ә шулай ҙа күптәнге аралашып йөрөгән кеше бит инде. Хәл-әхүәлен белешәйем, ҡунаҡҡа саҡырайым, тип, алыҫтан йылмайып яҡынлаштым. Әммә ул мине күрмәмешкә һалышып үтеп китте. Ни эшләйһең, күрмәмешкә һалышҡан кешегә нисек итеп әрһеҙләшеп күренеп тораһың? Мин дә үтеп киттем.
Өләсәйемдең: «Бер йыл тартай һимерә, бер йыл бүҙәнә» йәки «Аумаҫ ҡалпаҡ кеймәгәнһең, һин дә ауырһың» тигән һәм башҡа бик күп мәҡәлдәрен иҫтә тота инем. Был юлы ла: «Кеше ни эшләп көнө менән генә йәшәй икән? Кеше ни эшләп биләгән вазифаһын мәңгелек тип уйлай ҙа, иртәгеһен күҙалламай икән? Кеше ни эшләп вазифаһын башҡаларҙан үс алыу урыны итеп файҙалана икән? Кеше ни эшләп көфөр етерен уйламай икән? Көфөр бит ете быуыныңа тиклем ҡыуа...» — тигән һәм башҡа бик күп «ни эшләптәр» сыуалды башымда. Ике тапҡыр мине күрмәмешкә һалышып үткән был ҡатынды бик йәлләнем. Ул үҙ холҡо менән үҙ рухын һындырғайны. Вазифанан төшөп ҡалыуы түгел, ә рухы һыныуы үкенес ине.
Мәрйәм Бураҡаева "Арғымаҡ " китабынан өҙөк.