Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
10 Август , 22:10

Ниңә ир кеше һәр кемгә "тейеш" һуң ул?

Уның арырға ла, насар мөнәсәбәткә түҙмәҫкә лә хаҡы бар! Ирҙәрҙең хоҡуҡтарын тартып алып, гел генә уларҙы кәмһетеү, ҡысҡырыныу, екеренеү, бойороу беҙҙе ошо көнгә төшөрҙө түгелме ни?

Ниңә ир кеше һәр кемгә "тейеш" һуң ул?
Ниңә ир кеше һәр кемгә "тейеш" һуң ул?
Ике таныш ҡатындың бәхәсе һис тә яңы түгел, урыҫтар әйтмешләй, ”стар как мир”. Әммә “быныһы хаҡлы” тип нөктә ҡуйырға ла иртә.
 
Зифаның әйткәненә ҡаршы төшөп булмай, ир кеше – ғаилә башлығы, матди яҡтан ярҙам итеүсе, мал табыусы, йорт һалыусы һәм башҡа “тейеш”ле вазифалар. Әминәһе сатнап, шартлап тора, алдына ла артына ла сығырлыҡ түгел.
 
- Ниңә ир-ат тураһында һүҙ сыҡһа, “тейеш” тә ”тейеш” тип тешегеҙ төшә? Әйтерһең дә, улар донъялағы бөтә таныш-тонош ҡатындарҙан миллионлаған кредит алған да ғүмер буйы шуны түләй алмай яфалана...
 
Әрмелә хеҙмәт итергә, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға, һәр кемде яҡларға тейеш... Ҡатыны менән күптән айырылған, тик уны аҫрарға тейеш... Эштән саҡ аяғын һөйрәп ҡайтып килһә лә, автобуста һикереп тороп урынын бирергә, эше күңелгә ятмаһа ла, унда йөрөргә, ҙ-у-у-у-р эш хаҡы алырға тейеш... Тик иларға ла, күҙ йәшен күрһәтергә лә ярамай!
 
Ҡайҙа һуң уның хоҡуҡтары? Ир булараҡ ҡәтғи ҡарары? Ниңә ул кемдер өмөт иткән, теләгән стандарттарға ярарға тырыша? Ул бит аҡсаһын нимәгә тотонорға, балаларын нисек тәрбиәләргә икәнен үҙе хәл итергә хоҡуҡлы! Уның арырға ла, насар мөнәсәбәткә түҙмәҫкә лә хаҡы бар! Ирҙәрҙең хоҡуҡтарын тартып алып, гел генә уларҙы кәмһетеү, ҡысҡырыныу, екеренеү, бойороу беҙҙе ошо көнгә төшөрҙө түгелме ни? Әйләнгән һайын “эй, хәҙер ысын мужиктар бармы ни ул” тип ҡабатламаҫ та инек уларҙы хөрмәт итһәк”.
 
Зифа ла, Әминә лә парҙарын сығарып бөттө, күрәһең. Тынысландылар...
Автор:
Читайте нас: