Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
19 Сентябрь , 12:05

" Балдаҡ - батып үлгән егеттеке"

Тик ул ҡаза артынан ҡазаға юлыға башлағас, бер сиған ҡатынына юл алдыҡ.

" Балдаҡ - батып үлгән егеттеке"
" Балдаҡ - батып үлгән егеттеке"

Йәйгеһен булған был хәл әле лә онотолмай. Һеңлем һәр саҡ ниндәйҙер ваҡиғаға эләгеүсән булғас, быға мин әллә ни аптыраманым. Тик ул ҡаза артынан ҡазаға юлыға башлағас, бер сиған ҡатынына юл алдыҡ. Төрлө табыныу һүрәттәре ҡуйылған бүлмәгә инеү менән сиған: “Һиңә ата-әсәйең ерҙә ятҡан әйберҙе алма, кеше әйберенә теймә, тип өйрәтмәнеме ни?”,-тине уҫал тауыш менән. Аптырап киттек. “Ҡулыңдағы балдаҡты әйтәм. Һинеке түгел бит ул!”

Эйе, һеңлем йәйгеһен күл буйында ҙур йәшел ҡашлы балдаҡ табып алды. Бик матур үҙе! Шунда уҡ тағып алды. Һәм шунан һуң бәләләре лә башланды. Һай урында әллә нисәмә мәртәбә батып үлә яҙҙы, өйҙә йә һыу, йә сәй эскәндә үлемесле булып сәсәне. Ер туңып та өлгөрмәне, ике мәртәбә ҡолап, дауаханала ятып сыҡты. Сиған һүҙен дауам итеп: “Етмәһә, балдаҡтың ҡашын йылан ялаған бит әле”,-тигәйне, ҡотобоҙ осоп бер-беребеҙгә текләнек. “Һеҙгә артығын белергә кәрәкмәй, әммә балдаҡты табып алған ерегеҙгә алып барып ҡалдырығыҙ ҙа, артығыҙға ҡарамай ҡайтыу юлына сығығыҙ. Балдаҡ - батып үлгән егеттеке. Кәләшенә бүләк итеп әҙерләгән булған. Балдаҡ һиндә булғас, теге донъяға һине һөйрәй”,-тигән һүҙҙәрҙән ултыра төштөк.

Шул уҡ көндө балдаҡты алып барып ташлап киттек. Ҡайҙан артҡа әйләнеп ҡарау! Автобус туҡталышына саптыҡ ҡына! Ике ай үтеп бара, һеңлем сәсәгәне лә, ҡолағаны ла юҡ. Шулай ғына үтеп китһен инде.

Әминә.

Автор:
Читайте нас: