Бөтә яңылыҡтар
10

Фытыр саҙаҡаһын Өфө хосписындағы ауыр сирлеләргә күсерергә мөмкин

Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты фитыр-саҙаҡа һәм фидиә күләмен билдәләне...

Фытыр саҙаҡаһын Өфө хосписындағы ауыр сирлеләргә күсерергә мөмкин
Фытыр саҙаҡаһын Өфө хосписындағы ауыр сирлеләргә күсерергә мөмкин

Изге Рамаҙан айында Өфө хосписы дауалап булмаҫлыҡ сирле балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам итер өсөн аҡса йыя. Быйыл маҡсат - 300 000 һум йыйыу. Ул хоспис тәрбиәләнеүселәре өсөн медицина материалдары, махсус аҙыҡ-түлек һәм ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты фитыр-саҙаҡа һәм фидиә күләмен билдәләне.

Нисек ярҙам итергә:

Фитыр-саҙаҡа 200 һумдан 1100 һумға тиклем (мөмкинлеккә ҡарап). Фидиә - ураҙаның тотмай үткәрелгән бер көнө өсөн - 400 һум, финанс ауырлыҡтары булған кешеләр өсөн - 200 һум.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: