Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә күп тешләй.
* Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ егер.
* Ялҡау аҡылға шәп була.
* Ялҡау атты ял баҫыр.
* Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер.
* Ялҡау булма - ялҡаулыҡ баҫыр.
* Ялҡау кеше йөрөшөнән билгеле.
* Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ.
* Ялҡау кеше аш янында ат кеүек, эш янында ят кеүек.
* Ялҡау кеше - яланғас.
* Ялҡау кеше - ярты кеше, уңған кеше - ун кеше.
* Ялҡау, өйөнә еткәс, йүгерер.
* Ялҡау өмэ әйтер, тамаҡһау өмәгә йөрөр.
* Ялҡау торһа, йән тынмаҫ.
* Ялҡау ятып эшләй, ултырып йоҡлай.
* Ялҡау урынын йыймаҫ.
* Ялҡау үгеҙ ит бирә, ялҡау кеше ни бирә?
* Ялҡау үлмәҫ, рәхәт көн күрмәҫ.
* Ялҡау ялдан туймаҫ, уңған эштән туймаҫ.
* Ялҡау ялҡауға эйәрер.
* Ялҡау ята белмәҫ, ятһа, тора белмәҫ.
Вариант: Ялҡау кисен ята(а)лмай,
Иртән тора(а)лмай.
* Ялҡау ягҡан ерҙән кеше өйрәтер.
* Ялҡау ятып бойора.
* Ялҡау ятып ашар.
* Ялҡау ягыр ерҙең яйлыһын һайлар.
* Ялҡау ятыр, йоҡо тирмәне тартыр.
* Ялҡауға йомош ҡушһаң, ул һиңә аҡыл өйрәтер.
* Ялҡауға көн дә байрам,
Кеше май ашағанда, ул эсә айран.
* Ялҡауға көндә байрам, көндә туй.
* Ялҡауға көндә ял.
* Ялҡауға ҡояш та ваҡытында сыҡмай.
* Ялҡауға ҡәбер хәрәм.
* Ялҡауға үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын.
* Ялҡауға эш ҡушһаң, атаң бирмәгән өгөттө бирер.
* Ялҡауға эш ҡушһаң, башы ауырта.
* Ялҡауға эш табылмаҫ.
* Ялҡауға эш ярамаҫ.
* Ялҡауға - ял, егәрлегә - бал.
* Ялҡауға ярты көн эш, ярты көн ял.
* Ялҡауҙан эш ояла.
* Ялҡауҙы ҡандала баҫыр.
* Ялҡауҙы ашҡа саҡырһаң саҡыр, эшкә саҡырма.
* Ялҡауҙы яланда күрмәҫһең.
* Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙ булыр.
* Ялҡауҙың башы ҡау, үҙенә яу.
* Ялҡауҙың - бешкән дә төшкән.
* Ялҡауҙың дуҫы - йоҡо.
* Ялҡауҙың йылы утыҙ йылда бер килә.
* Ялҡауҙың көн дә башы ауырта.
* Ялҡауҙың эше тарҡау.
* Ялҡауҙың ялы - аҙнаһына биш көн.
* Ялҡауланһаң - ауырырһың,
Тырышһаң - һауығырһың.
* Ялҡаулығыңды юҡ итһәң, тамағыңды туҡ итерһең.
* Ялҡаулыҡ башҡа бәлә килтерер.
* Ялҡаулыҡ - зәхмәт, дарыуы - хәрәкәт.
* Ялҡаулыҡ яҡтыға илтмәҫ.
* Ялҡаулыҡтың дарыуы - эш.
фото интернет селтәренән алынды.