Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәп төбө - ғәҙәт
7 Май 2025, 16:48

Рәнйеш ҡорбаны

Бәҙриямал әбей үлгәнесе шул хаҡта илай-илай һөйләй торған булған, хәҙер был һүҙҙәрҙе әсәйем ҡабатлай. Бигерәк ҡурҡыныс осорҙар, кешеләр ҙә шуға күрә ҡырыҫ булғандыр инде...

Рәнйеш ҡорбаны
Рәнйеш ҡорбаны

Рәнйеш ҡорбаны

Рәнйеш – ҡурҡыныс әйбер. Әле әбейҙәрҙең йәш сағында булған бер ваҡиға тураһында ҡат-ҡат һөйләп, әсәй беҙгә быны гел генә иҫкә төшөрөп тора. Уға был хаҡта өләсәйебеҙ илай-илай һөйләй торған булған.

Уҙған быуаттың 3-сы йылдары булған был хәл. Илдә коммунизм төҙөлөшөнөң иң ҡыҙған сағы. Бөйөк эштәргә аҡсаны ҡайҙан алырға? Крәҫтиәндәрҙән, ябай эшселәрҙән, әлбиттә. Ул осорҙа продналог тигән һалым индерелгән. Дәүләт ҡаҙнаһына тапшырырға аҡсаң йыйылмай икән, аҙыҡ-түлек менән дә биргәндәр. Үҙеңә ашарға ризыҡ ҡаламы, тип ҡыҙыҡһыныусы ла булмаған. Ауылдарҙа был һалымды түләү мотлаҡ булған.

Әбейгә ул ваҡытта 25 йәштәр тирәһе булған. Һуғыш башланырға әле 5-6 йыл ваҡыт бар. Әммә был әбей өсөн тормош ауырлыҡ менән барған. Сөнки ауырыған бәләкәй балаһы менән яңғыҙы йәшәгән. Ире Ырымбур яҡтарына аҡса эшләргә, тип сығып китә һәм башҡа әйләнеп ҡайтмай. “Белмәйем, үҙе шулай теләгәнме, әллә үлтереп ташлағандармы? Ләкин мин уны башҡаса күрмәнем. Кемдер урыҫ ҡатыны менән сыуалып китеп, шунда төпләнеп ҡалырға теләгән, тип тә һөйләй. Белмәйем, белмәйем...”, - тип әбей ул хаҡта артыҡ асылып китеп, һөйләшергә яратмаған.

Нишләйһең, тормош дауам итә. Бәләкәс кенә хужалығын бер үҙе тартҡан. Улын аяҡҡа баҫтырырға ла кәрәк бит әле уға. Ләкин иң ҡурҡҡаны эш түгел, ә бөкрө Фәтхи булған. Ул ауылда продналог йыйыусы иң әшәке йән эйәһе булған. “Улар, билдәле, һәр ауыл һайын булған. Әммә бының кеүек үк ҡанһыҙ түгелдәр ине”, - тип иҫкә алған әбей.

Бер-бөртөк һарығын Бәҙриямал күҙ ҡараһындай һаҡлай. Ошо арала бәрәс тә килтерергә тейеш. Ул төндә лә йоҡламай, көтә-көтә бәрәсләтеп ала. Бәрәсе уймаҡ ҡына, бәләкәс кенә, түп-түңәрәк, үҙе йомшаҡ ҡына... Фәрештәләр бүләге!

Ике-өс көн үтеүгә ауыл буйынса шомло хәбәр тарала. Бөкрө Фәтхи йорт һайын йөрөп, продналог йыя башлаған! Бәҙриямал һиҫкәнеп ҡуя. Хоҙайым, нимә генә бирәйем икән? Күңеле менән байлығын барлай башлай: “Йөнгә генә риза булырмы икән? Әммә йомортҡалар тултырып ҡуйырғамы?” Шулай уйланып йөрөгән арала ҡапҡа ҡапыл асылып китә.

- Нимә, Бәҙри? Нимә менән һөйөндөрәһең?

Яңғыҙ ҡатын нимә тип яуап бирергә лә белмәй, тамам ҡурҡып ҡала. Шул тынлыҡта аҙбарҙан килгән һарыҡ тауышы бигерәк ҡаты яңғыраған төҫлө тойола уға. Быны Фәтхи лә һиҙеп ҡала. Бөкөрөһөн тағын да нығыраҡ сығарып, бәләкәй генә лапаҫҡа инеп китә. Бәҙриямалдың йөрәге дөп-дөп тибә.

- Һарығым бәрәсләне. Ашарға һорап ҡысҡыра, - тип ғәфү үтенгәндәй аҡланырға тотона ул.

- Ярай, бик һәйбәт булған. Бөгөн һарыҡ тапшырыусы булманы әле миңә, - тип һарыҡты өҫтөрәп алып сыға.

Бәҙриямалдың шул минутта йөрәге өҙөлөп төшкәндәй була. Телһеҙ, аңһыҙ ҡала. Һарыҡтың күҙҙәрен күргәс кенә, айнып киткәндәй була ул. Фәтхи алдында теҙләнеп, ҡысҡырып илай башлай. Уның ялбарыуҙары бөтөн ауылға яңғыраған, күрше-күлән, эшенән туҡтап, һушы китеп тыңлап торған. “Ҡалдыр һарыҡты, бәрәсе бер аҙ үҫә төшкәс, һуңғараҡ бирермен”, - тип илай ул. Фәтхи һүгенеп, уның өҫтөнә төкөргән дә, “тере продналогты” елкәһенә һалып, күтәреп сығып киткән. Шул ваҡыт Бәҙри аяғына йәбешә.

- Ебәрмәйем, теләһә нимә эшлә!

Тик файҙаһыҙ. Бөкрө булһа ла, көсө бар ир затының. Тибеп кенә ебәрә уны.

Етем бәрәсте һаҡлап ҡалыр өсөн, ауыл буйлап бер һауыт һөт эҙләп сығып китә Бәҙри. Башта ҡыҙғанып бирәләр, тик көн һайын кем шулай ҙурлаһын? Бер аҙнанан теге йомро йомшаҡҡайы аслыҡтан тыртышып йән бирә. “Йә, Хоҙайым, ошо бәрәс кеүек теге Фәтхи лә тыртышып үлһен ине”, - тип рәнйей ул йән әсеһе менән.

Һуғыш башланғас, ауылда эшкә яраҡлы бер генә ир ҙә ҡалмай. Өйҙә ҡалыу бәхете балаларға, ҡарттарға һәм бөкрө Фәтхигә генә тәтей. Нишләйһең, шулай яратылған зат. Ул йылдарҙа йәй – ҡыҙыу, ҡыштары бик һыуыҡ килгән. Ике ауыл араһы бик алыҫ булмаһа ла, ҡараңғыла юлға сығырға ҡурҡҡандар. Бөкрө Фәтхи ундай ваҡ-төйәккә иғтибар итә торған кеше түгел. Уны ен дә ҡурҡытмай. Буранлы көндө ҡапыл ғына ниҙер иҫенә төшөп, күрше ауылға сығып китә. Тик ул төндө кире әйләнеп ҡайтмай. Хәйер, уны махсус эҙләүсе лә булмай. Буран туҡтағас ҡына, йомошо төшкән ауылдаштар ике арала йөрөй башлай. Бер-ике көн уҙҙы микән, берәй аҙна микән, билдәһеҙ, бөкрө Фәтхи табыла. Ике ауыл араһында Оет тигән тау бар. Юлды ҡыҫҡартам, тип, шуның аша ғына  ғына ҡайтырға булған, күрәһең. Тик тау бейек, ҡар шыма, буран көслө. Шунда менә алмай, тырмашып ятып үлгән. 30 градус һыуыҡта кәкрәйеп ҡатҡан кәүҙәһен генә табалар. Өшөгән бармаҡтарын ҡырағай хайуандар кимергән, күҙҙәрен суҡығандар. Былай ташлап ҡалдырып булмай инде, тип өйөнә лә алып бармайынса, ауыл зыяратына шул килеш ерләгәндәр.

Бәҙриямал әбей үлгәнесе шул хаҡта илай-илай һөйләй торған булған, хәҙер был һүҙҙәрҙе әсәйем ҡабатлай. Бигерәк ҡурҡыныс осорҙар, кешеләр ҙә шуға күрә ҡырыҫ булғандыр инде...

Люция Нотфуллина.

Автор:
Читайте нас