Шоңҡар
+24 °С
Облачно
Әҙәп төбө - ғәҙәт
11 Августа , 13:15

Ирле ҡатынды ла аңларға була

Сит илгә ял итергә барған гүзәл заттарға әҙәплерәк, тәртиплерәк тә булырға кәрәктер.

Ирле ҡатынды ла аңларға булаИрле ҡатынды ла аңларға була
Ирле ҡатынды ла аңларға була

Төркиәлә Рәсәй турисын төрөк ҡатыны туҡмаған. Быға көнләшеү сәбәп булған. Ирен юғалтыуҙан ҡурҡҡан төрөк ҡатынының ҡул аҫтына эләккәндән һуң, туристҡа медицина ярҙамы кәрәккән.

Интернет селтәрендә фекерҙәр икегә бүленгән. Кемдер төрөк ҡатынын әрләй, икенселәр уның хәленә керергә тырыша. Ә ял итергә барып өлөш алған гүзәл заттың пландары, ысынлап та, ҙур икән. Ул шунда ҡалырға йыйына.

Сит илдә, бөтөнләй ят мөхиттә ял итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға әҙәплерәк, тәртиплерәк, уяуыраҡ булырға кәңәш ителә.

Фото интернеттан алынды.

Ирле ҡатынды ла аңларға була
Ирле ҡатынды ла аңларға була
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас