Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
15 Декабрь 2021, 12:55

Бөгөн сәй көнө икән. Башҡорт сәйе – үләндәр ҡушылмаһы:

Башҡорт сәйе – үләндәр ҡушылмаһы:

Башҡорт сәйе – үләндәр ҡушылмаһы:
мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡыр сейәһе,
бөрлөгән, ҡара ҡарағат, әлморон һәм урман еләге япраҡтары. Был үләндәрҙе июндә йыйғандар. Ете төр үләнде әҙерләү бер нисә этапты үҙ эсенә ала, шуларҙың иң мөһиме – ферментациялау.
Борон башҡорттар үләндәрҙе балта менән ваҡлаған, унан таҡта өҫтөнә һалып, туҡыма менән ҡаплап, ҡояшта киптергән.
Хужабикәләр ваҡыт-ваҡыты менән үләндәрҙе усына һалып, әҙерлеген тикшергән, сеймал дымлана башлау менән уны мейескә киптерергә ҡуйған.

~

Хәҙер япраҡтарҙы тарттырғыс ярҙамында ваҡлап була, уның ярҙамында ваҡлағанда, үҫемлектең һуты күберәк бүленеп сыға. Сәйҙе газ мейесендә юғары булмаған эҫелектә киптерергә була. Сәйҙең тәме һаҡланһын өсөн уны бер үк кимәлдәге түбән температурала 30 минут тирәһе киптерергә кәрәк.

~

Бынан тыш сәйгә мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, бөтнөк, кейәү үләне, сейә, ҡурай еләге, ҡарағат, әлморон, энәле, йүкә сәскәһе һәм башҡа еҫле дарыу үләндәре өҫтәгәндәр. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә сәйгә төрлө үләндәр һалалар.

 

Бөгөн сәй көнө икән. Башҡорт сәйе – үләндәр ҡушылмаһы:
Бөгөн сәй көнө икән. Башҡорт сәйе – үләндәр ҡушылмаһы:
Автор:
Читайте нас: