Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
5 Апрель 2022, 09:35

"Беҙ кафе асырға теләйбеҙ"

Район хакимиәте башлығы Денис Йосопов мөрәжәғәт итеүсенең идеяһын хупланы. Ул билдәләп үткәнсә, Асҡында йәмәғәт туҡланыуы  етерлек дәрәжәлә түгел,  уңайлы шарттар тыуҙырылған заманса кафе кәрәк.

"Беҙ кафе асырға теләйбеҙ"
"Беҙ кафе асырға теләйбеҙ"

Асҡын район хакимиәтендә ойошторолған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә был юлы шәхси эшҡыуар Әминә Закирова килгәйне.

- Эшҡыуарлыҡ менән 26 йыл шөғөлләнәбеҙ. Бер тапҡыр булһа ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәнек, үҙебеҙ үҫергә тырыштыҡ, әммә хәҙер эшебеҙҙе киңәйтергә планлаштырабыҙ, финанслау кәрәк. Йәмәғәт туҡланыуын үҫтереү өлкәһендә тәжрибә бар - 11 йыл  «Нежность» кафеһына килеүселәрҙе ашаттыҡ, шулай ҙа билдәле бер сәбәптәр арҡаһында, беҙгә был эште туҡтатырға тура килде. Хәҙер ҡабат шул бизнесҡа ҡайтырға теләйбеҙ, — тине  эшҡыуар.

Район хакимиәте башлығы Денис Йосопов мөрәжәғәт итеүсенең идеяһын хупланы. Ул билдәләп үткәнсә, Асҡында йәмәғәт туҡланыуы  етерлек дәрәжәлә түгел,  уңайлы шарттар тыуҙырылған заманса кафе кәрәк. Динис Рәдис улы үҙенең урынбаҫарына Әминә Закирова идеяһына тура килә торған дәүләт ярҙамы программаһын һайларға, йорт биреү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Әлеге мәсьәлә ике аҙнанан һуң тағы бер ҡат ҡараласаҡ.

Әйткәндәй, был бизнес-идея  Президент Владимир Путин тарафынан тормошта барлыҡҡа килгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» дөйөм дәүләт проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты

Фото: Асҡын район хакимиәте сайтынан. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: