Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Апрель 2022, 11:52

Тауыҡ итенән ваҡ бәлеш

Әҙерләү тәртибе: Ҡаймаҡ менән ҡайнар һыуҙы бутайҙар, көнбағыш майы, тоҙ, сода һалып, иләнгән он ҡушып, ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы 20 минут ял иттерәләр.

Тауыҡ итенән ваҡ бәлеш
Тауыҡ итенән ваҡ бәлеш

Әҙерләү ваҡыты: 1 сәғәт 30 минут.

 

Кәрәк була:

Ҡамыр өсөн: 600 г он, 200 г ҡаймаҡ, 150 мл ҡайнар һыу, 50 мл көнбағыш майы, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 0,5 балғалаҡ аш содаһы.

Эслек өсөн: 500 г тауыҡ ите, 4 картуф, 1 баш һуған, тоҙ, борос, тәмләткестәр.

 

Әҙерләү тәртибе: Ҡаймаҡ менән ҡайнар һыуҙы бутайҙар, көнбағыш майы, тоҙ, сода һалып, иләнгән он ҡушып, ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы 20 минут ял иттерәләр.

Эслек өсөн барыһын ваҡ итеп, шаҡмаҡлап турап, тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушалар. Әҙерәк көнбағыш майы өҫтәргә лә мөмкин.

Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүләләр. 2-шәр түңәрәк йәйеп (яҡынса 15 һәм 5 см диаметрында).

Ҙурыраҡ йәймәгә эслекте (2 аш ҡалағы),  аҡ май киҫәге һалып, икенсе йәймә менән өҫтөн ҡаплап, ситтәрен үреп тоталар.

Көнбағыш майы менән һаланған табаға теҙеп, 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 45 минутҡа ҡуйырға.

Әҙер бәлештең өҫтөн эҫе килеш аҡ май менән һылап сығырға була.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: