Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Аш-һыу
1 Июль 2022, 07:59

ҠУҘҒАЛАҠ БӘЛЕШЕ

 Әле ҡуҙғалаҡтан бәлеш бешереп ашай торған мәл. Бына ябай ғына рецепт. 

ҠУҘҒАЛАҠ БӘЛЕШЕҠУҘҒАЛАҠ БӘЛЕШЕ
ҠУҘҒАЛАҠ БӘЛЕШЕ

 Әле ҡуҙғалаҡтан бәлеш бешереп ашай торған мәл. Уңған киленегеҙҙән ябай ғына рецепт.

Ҡамырына:
????1 стакан һөт
????2 аш ҡалағы шәкәр
????2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ
????0,5 балғалаҡ тоҙ
????0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс)
????2 стакан он

* 1 стакан - 200 мл

????Эслегенә: 300 г ҡуҙғалаҡ, сама менән шәкәр (150-200 г).

Әҙер ҡамырға бер аҙ ял бирергә. Эслегенә ҡуҙғалаҡты турағас, шәкәр ҡомо өҫтәп, яҡшылап бутарға.
Бәлештең ҡамырын йоҡа итеп йәйергә яратам. Теләгәндә өҫтөн матурлап биҙәргә лә була. Йомортҡа һарыһын һылау ҙа артыҡ булмаҫ.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 25-30 минут бешерергә. Татлы ла, файҙалы ла бәлеш әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Кемдәр тағы ҡуҙғалаҡ бәлеше ярата?

 

Зубаржат Утарбаева

 

Автор:
Читайте нас