Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
5 Июль , 14:17

Пәхләүә рецебы

Әҙерләү ваҡыты: 1 сәғәт 30 минут.

Пәхләүә рецебы
Пәхләүә рецебы

Әҙерләү ваҡыты: 1 сәғәт 30 минут. 

Ингредиенттары: 450 г он, 4 йомортҡа, 80 г ҡаймаҡ, 30 г һары май, 5 г әсетке, 1,5 балғалаҡ һыу.

Эслек өсөн: 120  г әстерхән сәтләүеге, 35 г һары май, 100 г шәкәр ҡомо.

Өҫтөнә һөртөү өсөн: 1 йомортҡа һарыһы, 300 г бал.

Таба майлау өсөн: 5 г май

Әҙерләү тәртибе: йомортҡаны туҡыйҙар, ҡаймаҡ, эретелгән май, йылы һыуҙа ебетелгән әсетке, он һалып, тығыҙ ҡамыр баҫалар. Ҡалҡһын өсөн ҡамырҙы 20-30 минут йылы урында тоталар. Әҙер ҡамырҙы 12-14 өлөшкә бүлеп һәр һәр береһен 1,5 мм ҡалынлыҡта йәйәләр. Әстерхан сәтләүеген бер аҙ табала ҡыҙҙыралар, ваҡлап,  шәкәр менән болғайҙар. Йәймәне майлы табаға һалалар, өҫтөнә эретелгән май һөртәләр һәм шәкәрле сәтләүекте һибеп, икенсе йәймә менән ябалар. Шулай һәр бер йәймәгә эретелгән май һөртөп, сәтләүек һалалар. Иң аҙаҡҡы йәймә менән иң беренсеһенең ҡырҙарын семтеп тоталар. Өҫтөнә һыу менән күпертеп туҡылған йомортҡа һөртәләр, 10-15 минутҡа газ мейесенә ҡуялар. Артабан унан алып, шаҡмаҡлап киҫәләр (иң аҫҡы ҡатламын киҫмәйҙәр) һәм тағы 10-15 минут мейестә тоталар. Әҙер пәхләүәнең киҫәктәрен бер-береһенән айырып, һыуыталар. Табынға сәй янына бирәләр.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас в