Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Аш-һыу
7 Июль 2022, 08:41

Сәй әҙерләйек!

“Хәҙерге сәйҙәргә һыу ҡойоп өлгәрмәйһең, шунда уҡ төҫө сыға” , — тип зарланғандарын күп ишеткәнем бар. Һатып алынғандарға ышаныс аҙ булһа, үҙ ҡулыбыҙ менән сәй әҙерләүгә хәҙер иң яҡшы мәл. Эсемлегебеҙ тәбиғи генә түгел, тәмле лә, үтә файҙалы буласаҡ. Боланутты күрмәгәндәр, белмәгәндәр юҡтыр. Русса уның исеме — иван-чай. Был үҫемлектән сәйҙе үткән быуаттарҙа уҡ сит илдәргә сығарып  һатҡандар. Уның шифаһы  шулай уҡ электән билдәле. Бөтә ерҙә лә үҫкән был үләндән сәй әҙерләү — һәр кемдең ҡулынан килерлек эш.  

Сәй әҙерләйек!Сәй әҙерләйек!
Сәй әҙерләйек!

Болануттың составы:  

Калорийлығы - 100 г/ 103 кКкал

Аҡһымдар – 4,6 г;

Майҙар – 1,8 г;

Углеводтар —  31,68 г;

Витаминдар (100 г):

А — 13 мг;

В1 — 0,11 мг;

В2 — 0,137 мг;

В5 — 1,356 мг;

В6 — 0,632 мг;

В9 — 0,112 мг;

C — 13 мг һәм күберәк;

РР — 5 мг.

 

 

Файҙаһы:

  • Ир-аттарға кәңәш ителә: енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир яһай, простатит ауырыуҙарын дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә бирә (юҡҡа ғына халыҡ “ирҙәр сәйе” тип атамағандыр).
  • Яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итеүе арҡаһында уны ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәренән яфаланыусыларға тәғәйенләйҙәр.
  • Үҙәк көйөүҙе, эсәк ауырыуҙарын дауалай.
  • Эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора.
  • Яман шеш барлыҡҡа килеүен иҫкәртә.
  • Тиреләге яраларҙың тиҙ бөтәшеүенә булышлыҡ итә.
  • Ҡанды яңырта, ҡан баҫымын көйләй.
  • Баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта.
  • Ябығыуға булышлыҡ итә.
  • Баш ауыртыуҙарын еңеләйтә.
  • Тәндән ағыуҙы, радиацияны сығарыуға ярҙам итә.

Нисек әҙерләргә?

  1. Үҫемлекте юлдан, заводтарҙан алыҫ урынлашҡан экологик таҙа ерҙә эҙләгеҙ. Дауаланыу өсөн боланут япраҡтарын сәскә атҡан ваҡытта (сәскәләре мамыҡланғанға тиклем үк) июнь уртаһынан август уртаһына тиклем төшкә ҡәҙәр ҡояшлы, ҡоро көндә йыйырға кәрәк. Хатта бер көн алда ямғыр яуған булһа ла, әҙер сәйҙең аҙаҡ күгәреүе ихтимал.
  2. Сәскәһенән аҫта 3—4 япраҡ ҡалдырып, аҫҡа тиклем һыпырып төшөрәбеҙ. 5 килограмм япраҡтан 1 килограмм ҡоро сәй килеп сыға. Сәскәһе беҙгә кәрәкмәй, уның артыҡ файҙаһы ла юҡ. Аҙаҡ матурлыҡ өсөн өҫтәргә теләһәгеҙ, урталараҡ урынлашҡан сағыу ал төҫтәге сәскәләрҙе айырым йыйып алырға мөмкин.
  3. Алып ҡайтҡас, шунда уҡ тоҡтан сығарабыҙ. Боланут ҡыҙып ятып яныуы ла бар. Япраҡтарҙы яңылыш эләккән ҡый үләндәренән, кипкән йә һарғайған япраҡтарҙан, бөжәктәрҙән, сүп-сарҙан, ҡош тиҙәгенән яҡшы итеп таҙартығыҙ. Япраҡтарҙы йыуырға ярамай! Юғиһә, ферментацияла ҡатнашасаҡ бактериялар ҡуша сайыласаҡ.
  4. Таҙартҡас, япраҡтарҙы өс литрлыҡ банкаларға тығыҙ итеп һалып, йылы урынға бер тәүлеккә тирләтергә ҡуябыҙ. Үлән шулай йомшара. Аҙаҡ япраҡты бөккәндә ул һынырға ла, ваҡланырға ла тейеш түгел.
  5. Тәүлек үткәс, япраҡтарҙы банканан сығарабыҙ. Улар бер аҙ ҡарайған, еүешләнгән була. Хәҙер йомшара төшкән унлаған япраҡты бергә тотоп, ике ус менән әүәләп, таяҡсалар эшләргә кәрәк. Бында беҙ үләндең һутын сығарырға тейешбеҙ. Кемдәрҙер япраҡтарҙы ит үткәргестән үткәрә. Был осраҡа сәй үтә ныҡ ваҡ буласаҡ, бешергәндә ваҡтары сәй өҫтөндә йөҙөп йөрөр, шуға ла әүәләү яҡшыраҡ. Әүәләгәс, таяҡсаларҙы ҡағыҙ тартмаларға тигеҙ итеп теҙеп (ҡатлам 20 см бейегерәк булмаһын) сығабыҙ ҙа өҫтөн ҡаплап, быҡтырабыҙ.
  6. Япраҡтар көрән төҫкә ингәс (үлән еҫе бөтөп, хуш еҫле сәскә еҫе сыға башлай), керамик бысаҡ менән (тимер ярамай!) балдаҡлап киҫеп, пергамент ҡағыҙ йәйелгән ҡалайға теҙеп ҡуябыҙ. Ҡыҙыу булмаған (яҡынса 90 градусҡа тиклем) асыҡ мейестә (духовкала) ике-өс сәғәткә киптерергә ҡуябыҙ, ярты сәғәт һайын әйләндергеләп торабыҙ. Ни тиклем оҙағыраҡ тотһаң, сәй шул тиклем үк әсе буласаҡ.
  7. Ваҡыт үткәс, мейестән сығарабыҙ. Кипкән япраҡтарҙы ҡул менән ыуалап, бер аҙ ваҡлайбыҙ. Һыуынғас, кипкән сәскәләрен ҡушырға теләһәгеҙ, ҡушып болғап, быяла банкаларға тултырабыҙ. Сәй әҙер!

 

Сәйҙе һаҡлау

Әҙер сәйҙе йылы һәм ҡоро урында һаҡларға кәрәк. Ҡояш нурҙары төшмәһен: сәйҙең тәме лә, шифаһы ла һаҡланасаҡ. Шулай уҡ еҫле урынға ҡуймағыҙ, сөнки япраҡтар тиҙ еҫ һеңдерә. Сәй ике йыл буйы файҙаһын юғалтмаясаҡ.

Нисек эсергә?

Боланут сәйе ябай сәйҙәр кеүек үк әҙерләнә: эҫе һыу ҡойғас, 10 –15 минут тирәһе көтөргә кәрәк.

Боланутты кискеһен дә  ябай сәй урынына эсергә була. Әммә уның аҙ ғына һейҙек ҡыуғыс йоғонтоһо бар, шуға ла йоҡлар алдынан ауыҙ итмәгеҙ.

Боланут сәйен бер ай дауамында көн дә эсһәгеҙ, ике аҙнаға тыйылып тороғоҙ. Уны ас көйөнсә эсергә ярамай, сөнки  С витамины күп. Шулай уҡ ауырлы, имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға, алты йәштән кесерәк балаларға, аллергияһы булғандарға был сәйҙе бик һаҡ эсергә кәрәк.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

 

Айгөл СӘЛӘХОВА

Автор:Загида Мусина
Читайте нас