Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Август 2022, 21:35

Ғәжәйеп нимә булды ул үләндәр...

"Быйыл яҡын танышым ике яҡлы пневмония менән ауырып киткәс, мин уға кипкән әрем һәм ошо бальзамды ебәрҙем. Нисек эсергә өйрәттем. “Зәүхиә апай, был бит мөғжизә, мин тиҙ аяҡҡа баҫтым,”- тине.

Ғәжәйеп нимә булды ул үләндәр...
Ғәжәйеп нимә булды ул үләндәр...

.

Ҡара ер... Уға тамыр ебәреп үҫеп ултырған һәр үҫемлек ошо ҡара ерҙән үҙенә генә тейешле компоненттарҙы һура. Һәр үҫемлек – уникаль күренеш. Беҙ бер ваҡытта ла имән менән ҡайынды бутамайбыҙ. Сөнки улар кәүсәләре, япраҡтары, ҡайрылары менән бер – береһенә бөтөнләй оҡшамағандар. Һылыу буйлы аҡ ҡайын тимгел – тимгел ҡайрыһы менән күҙҙәрҙе йәлеп итеп уны зифа буйлы ҡыҙға оҡшатһаҡ, имәнгә беҙ бер ҡарауҙа мөһәбәт гәүҙәле, көслө ир – атты күҙаллайбыҙ. Урманға барып ингәс үҙенән – үҙе ағастарға һыйынаһы, уларҙан көс йыяһы килә. Үләндәрҙең дә шулай уҡ һәрбереһенең үҙ тышҡы ҡияфәте, еҫе, үҙенә генә хас сәскәһе бар. Умырзаяны бер кем дә ромашка тимәй. Аллаһы Тәғәлә һәр бер үҫемлеккә үҙенә генә хас айырмалыҡтар биргән. Уларҙың һәрбереһенең орлоғонда миллион йылдар элек һалынған үҙгәрмәй торған код бар. Ә бына ул тышҡы айырмалыҡ ҡына түгел. Ә улар ерҙән һурған микро – макро элементтар, майҙар, төрлө минералдар, витаминдар айырмалығында ла. Һәр үҫемлек үҙенә генә хас еҫ менән генә айырылмай, ә ерҙән һурған элементтар менән дә айырыла. Һәр үлән үҙенә тейешле ерҙә үҫә. Ә тирә - яҡтағы бөтөн үҫемлектәрҙе Аллаһы Тәғәлә беҙ сәләмәт тәндә, күҙҙәребеҙ нур алып, күңелдәребеҙ шатланып йәшәһен өсөн биргән. Бары тик өйрәнергә һәм дөрөҫ итеп ҡулланырға ғына кәрәк.
Мин оҙаҡ ҡына ошо һәр бер үҫемлектең көсөн нисек берләштерергә икән тип уйланым. Улар барыһы ла беҙгә кәрәкле көскә эйә. Тик уларҙы айырым – айырым йыйып киптереп, төнәтеп эсеү өсөн оҙаҡ йылдар кәрәк булыр. Ә бына бер эскәндә нисек итеп күп үҫемлектең файҙаһын алырға һуң тип уйланым? Нимә эҙләһәң шул табыла. Был һорауға яуапты “Рецепты отца Георгия” тигән сайтҡа барып сыҡҡас таптым. Ул бер юлы 16, 25 төрлө үләнде бер сама менән берләштереп һыулы мунсала (водяная баняны шулай тәржемә иттем, бәлки дөрөҫ тә түгелдер, иң мөһиме аңлау кәрәк) выжимкаһын алырға һәм Һәр сирҙән йыйылма тәҡтим итә. Беҙ уның мохтаж булған кешеләр менән онкологиянан йыйылмаһын әҙерләнек, ҡулландыҡ. Минем дә башыма күп үләндәрҙән йыйылма яһап, уның выжимкаһын алыу уйы инде.Йәғни бер юлы күп үләндәрҙең файҙаһын татыу маҡсат итеп ҡуйылды. Ул үләндәр барыһы ла әҙәм балалары өсөн үҫә бит тип уйланым. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең өсөн бер зыянлы үҫемлек тә үҫтермәгән. Ағыулы үләндәрҙең дә үҙ тәғәйенләнеше бар. Тик уны дөрөҫ итеп ҡулланырға ғына кәрәк.
Бар үләндәрҙең файҙаһын татыу маҡсаты менән биш йыл элек мин бер сама менән бик күп төрлө үләндәрҙе йыйып, уларҙы ваҡлап турап, киптереп әҙерләнем. Ул йыйылмаға болонда, тауҙа, урманда, яланда, баҡсала үҫкән, осраған бар үҫемлектәр ҙә инде. Хатта кипкән емештәрен дә һалдым. Орлоҡтарын. Бер самараҡ йыйҙым. Ағастарҙың япраҡтары, ҡайһы берҙәренең ботаҡтары, баҫыуҙағы бойҙай, арыш. Һ.б., баҡсалағы кәбеҫтә, картуф, ҡыяр, морковь, сөгөндөр, һ.б. япраҡтары, баҡсалағы сәскәләрҙең сәскәләре, болондағы сәскәләр... Сәнескеле үҫемлектәр... Бик күп. Ошо йыйылманы таныш – белештәргә күстәнәс итеп бирҙем. Кемдер араҡы йәки спирт ҡойоп ҡуйҙы, кемдер водяной баняла выпаривать итте.НИНДӘЙҘЕР ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬНЫЙ ТӨРКӨМ БАРЛЫҠҠА КИЛДЕ. Беҙ уға “Төрлө үләндәрҙән бальзам” тип исем ҡуштыҡ. Эсеү самаһын көнгә бер эскәндә бер аш ҡалағынан арттырмаҫҡа, ярты стакан йылы һыуға ҡойоп эсергә булдыҡ. Һыуыҡ тейгәндә, вирус сирҙәре башланғанда, иммунитет төшкәндә, хәлһеҙлек булғанда. Йәғни сәбәбе булғанда эсергә булдыҡ. Барыһы ла был бальзамдың тиҙ хәл биреүен, орви, орзиларҙың тиҙ үтеп китеүен, һыуыҡ тейгәндә тиҙ аяҡҡа баҫтырыуын билгеләнеләр. Оҡшап китте, күптәре хәҙер үҙҙәре әҙерләйҙәр. Туғандарына тараталар. Ул йыйылмалар Башҡортостанға ла барып еттеләр. Әле лә быйыл да әҙерләйһеңме тип һорап торалар.
Быйыл да ике аҙна эсендә еләк йыйған саҡта бик күп үләндәр йыйҙым. Турап киптерергә һалдым. Еләҫ, ҡояш төшмәгән ерҙә киптерәм. Кипкәс, бик һәйбәтләп бөтәһен бутайым. Ул шундай матур була.Ниндәй генә сәскәләр, үләндәр юҡ.
Был ялда мин беҙҙең ҡалала билгеле булған үләндәр менән дауалаусы ҡатын – ҡыҙ менән еләк һәм үләндәр йыйырға барҙым.Мин уға уҙған йылда ошо үҙем яһаған төрлө үләндәр йыйылмаһын биргән инем. “Һиңә ҙур рәхмәт( мин һәрваҡыт мин йыйыусы ғына, бөтөн рәхмәт Аллаһы Тәғәләғә тим), кешеләр хатта короновирустан еңел дауаландылар. Мин сирләгәндәргә ярҙам итәм тип үҙем дә эләктерҙем. Кинәт юғары темп. күтәрелеп, бөтөн ерем ауырта башлау менән, мин ошо йыйылманың төнәтмәһен( ул араҡы менән төнәткән) көнгә өс тапҡыр 30гр.төнәтмәне ярты стакан һыуға ҡойоп сәй кеүек ҡайнарлыҡта эстем. Төрөнөп ятыуға шыбыр тиргә баттым. Ике көн эсендә хәлем әйбәтләнде.Ғәжәйеп нимә булды ул үләндәр! Мин нисектер ышанмайынса ҡараған инем уларға. Төнәтергә ҡуйҙым да оноттом. Сир килеп эләккәс тиҙ иҫкә төштө. Быйыл үҙем дә әҙерләргә булдым. Бер нисә кешенән заказ бар, уларға ла әҙерләйем,”- тине.
Беҙ уның менән тауға ла мендек, үҙәндәрҙә лә йөрҙөк. Ә бит һәр урындың үҙенә генә хас үләндәре бар. Тауҙа таш араһында ғына үҫкән үҫемлектәр, үҙәндәрҙә үҫмәйҙәр. Урман эсендә ағастар араһында ғына үҫкән үҫемлектәр бар. Сәнескеле үләндәрҙе ҡайсы менән кырҡып һалдыҡ. Урманға инеп ағастарҙың япраҡтарын өҙөп алдыҡ. Доньялағы иң ҙур байлыҡты йыйып алғандай хис иттек үҙебеҙҙе. Хатта бейек тауға ла ых та итмәй менеп төштөк. Билдән үлән йырып инеп таволганы йыйып сыҡтыҡ. Ҡояштың баш түбәһен бешерерлек ҡыҙыуынан ла һаҡланы үлән. Беҙ яулығыбыҙ эсенә клевер сәскәләрен һәм ҡайын япраҡтарын һалып башыбыҙға бәйләнек. ( Мин һәрваҡыт үҙем менән ҡайсы йөрөтәм. Тамыры менән умырып үләндәрҙе йолҡмайым. Бик һирәк кенә осрай торған үләндәр бар. Улар бар ерҙә лә үҫмәй. Уларҙы бик ҙур һаҡсыллыҡ менән генә ҡырҡам.)
“Ғәжәйеп нимә булды ул үләндәр,”- тине... Был фекерҙе күптәрҙән ишеттем. Нисек ғәжәйеп булмаһын. Уның бер тамсыһында ғына йөҙәрләгән үләндең көсө, ҡояш нуры, ямғыр һыуы. Үҫемлектәр үҙҙәре барыһын да синтезлай, беҙгә тип әҙерләй. Мейестән әней бешергән әҙер ҡаласты суйын тотҡос менән алған кеүек кенә алаһың. Теләгән кеше меңәрләгәнен дә йыя ала. Бар үҫемлек ерҙән беҙҙең өсөн тип тырыша – тырыша күпме файҙалы көс һура. Улар уны беҙгә бушлай, барыбыҙға етерлек итеп бирә. Ярлыға ла, байға ла, тәккәбергә лә, ябайға ла бүлмәй. Йый ғына!!! Тура, киптер, төнәтмә яһа.Файҙаһын күр!!! Үләндәрҙең ерҙән морон төртөп сығып үҫә башлағаны бирле әҙәм балаһына тип йыйған файҙаһын ал да сәләмәт тәндә йәшә. Сирләп ғазапланып йәшәмә!!! Был һүҙҙәрҙе үҫемлектәр әйтә алмай, ә беҙ уларҙың нийәтен аңларға теләмәйбеҙ. Өнһөҙ тауыштарын ишетмәйбеҙ...
Мин йәйҙең сәскәгә сигелгән ваҡытында был йыйылма тураһында юҡҡа ғына яҙманым. Йәй үтә лә китә. Йыйһаң йыйып ҡалаһың... Быйыл ғәжәйеп бай йәй. Аллаға шөкөр, бөтөн үҫемлек мулдан үҫте. Әйтерһең дә өҫтән беҙгә беҙҙең барыбыҙға ла килгән ауыр һынау осоронда ярҙам ҡулы һуҙалар. Мөғжизәле препарат көтөп ятмағыҙ, бар мөғжизә аяҡ аҫтығыҙҙа тип әйтеү кеүек.
Фәнни яҡтан былай яһау дөрөҫ түгел тип әйтеүселәр ҙә булыр. Мин бәхәсләшмәйем. Һәр кемдең интуиция һәм эске һиҙемләү тигән тойғоһо бар. Шуларҙы эшкә егеп һәр кем был йыйылманы әҙерләргәме юҡмы тип уйлар. Күңелдәге яуап иң дөрөҫ яуап булыр!
Башҡортостан иҫкиткес матур тәбиғәтле төбәк. Бөтөн нимәгә лә бай. Үләндәр менән дауаланыуҙы алға һөргән кытай халҡы беҙгә килһә, таҡыр баҫыуҙар ғына ҡалыр ине тим. Улар беҙҙәге аяҡ аҫтында тапталып ятҡан байлыҡты күреп, иҫтәре китер ине. Әйҙәгеҙ, яҡташтар, Аллаһы Тәғәләнең беҙҙең өсөн тип биргән үҫемлектәренә күңел күҙебеҙҙе юнәлтәйек. Тәбиғәткә яҡын булайыҡ. Ә ул беҙгә ихлас күңелдән ярҙам итергә әҙер.

Иҫкәрмә! Бер сама менән йыйылған үләндәрҙе ваҡлап турап киптергәс( бер нисә тапҡыр йыйып киптерергә лә була), бөтөнөһен бергә яҡшылап бутайһың. Кемдең күңеле ниндәй төнәтмәгә ята, шуны яһайбыҙ. Һыулы мунса, араҡы, спирт төнәтмәһе... Водяная баня яһап выпаривать иткәс, банкаға һалып холодильникка ҡуябыҙ. Ваҡыт – ваҡыт яһап, әҙерләп эсәбеҙ. Бер юлы күп яһамайбыҙ. Интернеттан был ысул тураһында уҡырға була. Ә араҡы һәм спирт менән төнәтмәһен ике атна ҡараңғы урында тотабыҙ. Ниндәй банкаға һалыуҙы үҙегеҙ хәл итәһегеҙ.Үлән ҡапланып бөтмәһә, әйләндереп торабыҙ. Ике атнанан эсергә була. Ә бер айҙан һөҙөп алһаң да була.
Иҫкәрмә! Был бик көслө бальзам була. Шуның өсөн башта әҙләп кенә эсеп күнектерәбеҙ тәнде. Мәҫәлән сәй ҡалағының төбөндә генә. Реакцияны ҡарайбыҙ. Кемдәрҙә үләндәргә аллергия уларға тәктим ителмәй. Бер эскәндә бер аш ҡалағынан арттырмау хәйерле. Балаларға тамсылап эсертәбеҙ.
Был бальзамға бәйле ике тарихты яҙып китәм. Ҡыш көнө таныштарыбыҙ машиналарын ТОға алып килделәр. Һыуыҡ көн ине. Такси көтөп торғанда ҡатыны өшөгән. Беҙгә килгәс: “Уф, бөтөн тәнеме ҡалтырана, өшөнөм,”- тине. Мин бер аш ҡалағы бальзамды сәй ҡайнарлығындағы һыуға ҡойоп бирҙем. “Зәүхиә, ниндәй мөғжизә бирҙең миңә, мунса инеп сыҡҡан кеүек булдым, бөтөн һыуыҡты һөрөп сығарҙы,”- тине. Быйыл яҡын танышым ике яҡлы пневмония менән ауырып киткәс, мин уға кипкән әрем һәм ошо бальзамды ебәрҙем. Нисек эсергә өйрәттем. “Зәүхиә апай, был бит мөғжизә, мин тиҙ аяҡҡа баҫтым,”- тине.
Бына шундай мөғжизә яндарынан уҙып йөрөйбеҙ. Улар беҙҙең аяҡтарға урала, сәскәләре менән беҙгә йылмая, шыбырҙап күләгәләренә саҡыра...Беҙҙең ваҡыт юҡ. Беҙ бик ҡаты донья ҡыуабыҙ. Туҡтап уйланырға ине, йәмәғәт!

Зәүхиә НИЗАМИЕВА.

Фото: vsegda-pomnim.com

 

 

Автор:
Читайте нас: