Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
29 Август 2022, 12:45

ҠАТЛАМА

Еңел генә рецепт. Бешреп, тәмләп ҡарағыҙ!  

ҠАТЛАМА
ҠАТЛАМА

Әҙерләү ваҡыты: 1 сәғәт.

 

Кәрәк: 150 мл һыу, 300 г он, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 балғалаҡ аҡ май, 2 баш һуған, борос һәм башҡа тәмләткестәр.

 

Әҙерләү тәртибе:

Йылы һыуға  тоҙ, көнбағыш майы, он ҡушып, ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы ябып, 20 минутҡа ҡалдыралар. Ике һуғанды турайҙар. Уға тоҙ, борос, теләгән башҡа тәмләткестәрҙе ҡушып бутайҙар.

Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына итеп (2 мм тирәһе) йәйәләр. Йәймәгә аҡ май һөрткәс, һуғанды һалып, рулет итеп төрәләр. Рулетты ҡусҡар формаһында бөрәләр һәм таба диаметрына тап килтереп, йә ҡул, йә уҡлау менән тағы бер тапҡыр йәйәләр. Ҡамырҙың икенсе өлөшө менән дә ошоларҙы ҡабатлайҙар. Артабан был йәймәләрҙе әҙ генә көнбағыш майы ҡойолған табала ике яҡлап ҡыҙҙыралар. Ҡатлама әҙер!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: