Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Сентябрь 2022, 12:34

Ҡышҡылыҡҡа щи

Был әҙерләмә менән кәбеҫтә ашын бешереү бик яйлы һәм тиҙ.

Ҡышҡылыҡҡа щи
Ҡышҡылыҡҡа щи

Был әҙерләмә менән щи бешереү бик яйлы һәм тиҙ. Һурпа менән бәрәңгене генә бешереп алырға кәрәк була. Һуңынан әҙер кәбеҫтәне һалырға һәм тәмле аш әҙер!

Ингредиенттар:
Кәбеҫтә – 1 кг
Һуған – 300 г
Кишер – 300 г
Помидор – 300 г
 Борос – 300 г
 Тоҙ – 2 аш.ҡ.
Шәкәр – 1 аш.ҡ.
 Үҫемлек майы – 50 мл
Һыу – 100 мл
Уксус – 50 мл

Йәшелсә - 1 бәйләм


Порция – 2,5 литр
Әҙерләү ваҡыты – 1 сәғәт.

- Кәбеҫтәне турарға
- Кишерҙе эре ҡырғыстан ҡырырға
- Боросто турарға
- Помидорҙы ваҡларға
- һуғанды турарға

Барыһын бергә ҙур кәстрүлгә һалырға, һыу, май, тоҙ, шәкәр, туралған йәшелсә өҫтәп 20 минут ҡайнатырға. Һуңынан уксус өҫтәргә, яҡшылап болғатырға һәм стерилизацияланған банкаларға бушатырға.

Одеялға төрөп, тулыһынса һыуынғансыға хәтле тоторға.

 

Сығанаҡ: ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: