Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Сентябрь 2022, 11:39

Ғәрәп маннигы "Басбуса" рецебы

Телеңде йоторлоҡ ризыҡ.

Ғәрәп маннигы "Басбуса" рецебы
Ғәрәп маннигы "Басбуса" рецебы

Кәрәк:
1 стакан он , 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1,5 стакан кефир йәки әсегән һөт, 1 стакан кокос валсығы, 1⁄2 стакан үҫемлек майы, 1 йомортҡа, 1 сәй ҡашығы ванилин, 2 сәй ҡашығы ҡамыр ҡабарткыс. Биҙәр өсөн миндаль сәтләүеге.

Сироп: 1 стакан шәкәр ҡомо, 1⁄2 стакан һыу, 2 аш ҡашығы лимон һуты.

Манный ярмаһына кефир һалып, ун минут тотабыҙ. Үҫемлек майы, шәкәр һәм ванилин, кокос валсығы, он, ҡамыр ҡабартҡыс, йомортҡа ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Формаға май һылап, ҡамырҙы шуға ҡоябыҙ һәм миндаль менән биҙәйбеҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ.

Сироп әҙерләйбеҙ: кәстрүлгә һыу, лимон һуты һәм шәкәр ҡомо һалып, утҡа ҡуябыҙ һәм ике минут ҡайнатып алабыҙ. Әҙер басбусаны ромб формаһында киҫеп, өҫтөнә һыуынған сироп ағыҙабыҙ.

Автор:
Читайте нас: