Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
10 Октябрь 2022, 13:55

ЛӘҮӘШТӘН ШТРУДЕЛЬ

Әҙерләү ваҡыты - ни бары ярты сәғәт. 

ЛӘҮӘШТӘН ШТРУДЕЛЬ
ЛӘҮӘШТӘН ШТРУДЕЛЬ

Әҙерләү ваҡыты: 35 минут.

 

Кәрәк:

 1 ләүәш, 1 йомортҡа, 2—3 эре алма, 2 аш ҡалағы йөҙөм, бер ус әстерхан сәтләүеге, 10 г аҡ май, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ дәрсен, 1 балғалаҡ көнбағыш майы.

 

Әҙерләү тәртибе:

Алманы шаҡмаҡлап турайҙар. Йөҙөмдө 3—5 минутҡа эҫе һыуҙа ҡалдыралар, әстерхан сәтләүеген ваҡлайҙар. Аҡ майҙы табала иреткәс, алманы, әстерхан сәтләүеген, йөҙөмдө, шәкәрҙе, дәрсенде һалып, яй утта 10 минут тоталар. Әҙер эслекте ләүәшкә тигеҙ итеп һалып, уны рулет формаһында төрәләр. Өҫтөнә йомортҡа һалғас, көнбағыш майы һөртөлгән табаға урынлаштыралар һәм 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә  20 минут тоталар. Штрудель әҙер!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: