Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
31 Октябрь 2022, 13:02

ЭРЕМСЕКТӘН ЗЕФИР

Кәрәк:  400 г эремсек, 120 мл һөт, 15 г желатин, 60 г шәкәр пудраһы.

ЭРЕМСЕКТӘН ЗЕФИР
ЭРЕМСЕКТӘН ЗЕФИР

Әҙерләү ваҡыты: 1 сәғәт 25 минут.

 

Кәрәк: 

400 г эремсек, 120 мл һөт, 15 г желатин, 60 г шәкәр пудраһы.

 

Әҙерләү тәртибе:

Һөттөң яртыһына желатинды һалып, 10—15 минутҡа ҡалдыралар. Артабан, ҡалған һөттө өҫтәгәс, желатин эреһен өсөн саҡ ҡына йылыталар. Эремсекте блендер ярҙамында иҙәләр. Уға желатинлы һөттө, шәкәр пудраһын ҡушып, яҡшы итеп болғайҙар. Килеп сыҡҡан массаны формаға ҡойоп, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуялар. Әҙер зефирға шәкәр пудраһын һибергә мөмкин.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: