Шоңҡар
+11 °С
Облачно
Аш-һыу
9 Ноября 2022, 10:09

ҠЫҘҘЫРЫЛҒАН ТАШҠАБАҠ

Ташҡабаҡтарын  нисек тотонорға белмәүселәр өсөн еңел генә рецепт. 20 минут һәм әҙер!

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠЫҘҘЫРЫЛҒАН ТАШҠАБАҠҠЫҘҘЫРЫЛҒАН ТАШҠАБАҠ
ҠЫҘҘЫРЫЛҒАН ТАШҠАБАҠ

Әҙерләү ваҡыты: 20 минут.

 

Кәрәк:

Ташҡабаҡ, 2 баш һарымһаҡ, 50 мл соя соусы, 1 балғалаҡ крахмал, 0,5 балғалаҡ шәкәр, тоҙ, 30 мл көнбағыш майы.

 

Әҙерләү тәртибе:

Ташҡабаҡты йыуып, оҙонса итеп турайҙар. Майлы табала, болғай-болғай, 5 минут тирәһе ҡыҙҙыралар. Крахмал менән буталған соя соусына иҙелгән һарымһаҡты, шәкәрҙе, тоҙҙо (күп кәрәкмәй, сөнки соя соусы былай ҙа тоҙло) ҡушалар. Массаны ташҡабаҡҡа ҡойоп болғағас та уттан алалар.

Ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ әҙер!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас