Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
11 Ноябрь 2022, 15:28

Телде йоторлоҡ ризыҡ!

КАРТУФТАН МАЙИКМӘК

 

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 1 сәғәт 30 минут. 

КӘРӘК: 8—10 картуф, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 200 мл йылы һыу, 1 балғалаҡ әсетке, 1 балғалаҡ шәкәр, йәшел һуған, 500 г он, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы.

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ : Бешкән картуфты иҙәләр, йомортҡа, тоҙ өҫтәп болғайҙар. Иҙмәгә һыу, әсетке, шәкәр, туралған йәшел һуған һалып бутағас, он, көнбағыш майы ҡушып, ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы йылы урында 30 минут тотҡас, тигеҙ өлөштәргә бүлеп, түңәрәк әүәләйҙәр. Майлы ҡыҙыу табала ике яҡлап ҡыҙҙыралар.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: