Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Аш-һыу
23 Ноября 2022, 06:42

Телде йоторлоҡ аш

Бары тик дүрт ризыҡ кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Телде йоторлоҡ ашТелде йоторлоҡ аш
Телде йоторлоҡ аш

СЫРҘАН АШ

 

Әҙерләү ваҡыты: 40 минут.

 

Кәрәк:

1 һуған, 1 кишер, 6—7 картуф, 100 г сыр, 0,5—1 л һыу, көнбағыш майы, тоҙ.

 

Әҙерләү тәртибе:

Ваҡ итеп туралған һуғанды, ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе көнбағыш майында ҡыҙҙыралар. Артабан туралған картуфты, ҡайнар һыуҙы (ни тиклем әҙерәк, шул тиклем аш ҡуйыраҡ килеп сыға), тоҙҙо ҡушып, бешкәнсе утта тоталар. Һарымһаҡ, куркума өҫтәргә була. Ашҡа туралған сыр һалып, ирегәнсе ҡайнаталар. Блендер менән иҙгәс, аш әҙер!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас