Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
25 Ноябрь 2022, 15:05

Ҡабаҡтан бәлеш

Ҡабаҡтан бәлеш
Ҡабаҡтан бәлеш

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 1 сәғәт 15 минут.

КӘРӘК: эремсек ҡатламы өсөн — 400 г эремсек, 100 ҡаймаҡ, 2 йомортҡа, 3—4 аш ҡалағы он, 4 г ванилин, 100—150 г шәкәр; ҡабаҡ ҡатламы өсөн — 500 г ҡабаҡ иҙмәһе, 2 йомортҡа, 100—130 г шәкәр, 3—4 аш ҡалағы он, 1 балғалаҡ лимон йә әфлисун ҡабығы. 

 

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ: 

Эремсек ҡатламы өсөн бөтә булған ингредиенттарҙы ҡушып, блендер ярҙамында иҙәләр. Ҡамыр ныҡ ҡуйы килеп сыҡһа, ҡаймаҡ йә һөт өҫтәйҙәр. 

Ҡабаҡ иҙмәһе килеп сыҡһын өсөн, тәүҙә уны бер нисә киҫәккә бүлеп, мейестә бешереп алалар. Блендер ярҙамында иҙгәс, ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәп, болғайҙар. Әфлисун һәм лимон ҡабығын ҡырғыстан үткәреп, иҙмәгә ҡушалар. 

Аш ҡалағы ярҙамында ҡамырҙы сиратлап формаға һалалар. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 40—45 минутҡа ҡалдыралар.

Бәлеш әҙер! 

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: