Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
16 Декабрь 2022, 12:09

Итле урама

Тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡтың рецебы. 

Итле урама
Итле урама

Әҙерләү ваҡыты: 1 сәғәт 40 минут.

 

Кәрәк:  1 йомортҡа, 1 аш ҡалағы бүлмә температураһында ирегән аҡ май, ярты стакан һыу, 1 балғалаҡ тоҙ, самалап он.

 

Эслек өсөн: 400-500 г фарш, 2 баш һуған, 2 теш һарымһаҡ, 3 эре картуф, 1 помидор, 1 ҡыҙыл болгар боросо, самалап борос, тоҙ, тәмләткестәр, аҡ май.

 

Әҙерләү тәртибе:

Йомортҡаға тоҙ һәм һыу ҡушалар һәм тоҙ эрегәнсә болғайҙар. Артабан он, май өҫтәп, ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙы ябып, ярты сәғәткә ҡалдыралар.

 

Фаршҡа ваҡ туралған һуғанды, һарымаҡты, боросто, тоҙҙо ҡушалар. Картуфтың яртыһын үткәргес аша үткәрәләр, яртыһын ваҡ итеп, шаҡмаҡлап, турайҙар һәм шулай уҡ фаршҡа ҡушалар. Помидор менән ҡыҙыл боросто ла ваҡ итеп турағас, фаршҡа өҫтәйҙәр. Эслекте яҡшы итеп болғайҙар.

 

Төрмә ҡалын килеп сыҡмаһын өсөн ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүләләр. Өләштәрҙе йәйеп, өҫтәренә тигеҙ итеп эслекте һалып сығалар ҙа, төрмә эшләйҙәр. Ҡамырҙың ҡырҙарын ныҡ итеп тоталар. Көнбағыш майы менән һыланған төрмәне парҙа  (мантываркала) 50-60 минут бешерәләр. Әҙер төрмә өҫтөнә аҡ май  һөртәләр.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: