Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
10 Февраль 2023, 14:40

ҠАЙНАТМА МЕНӘН ПЕЧЕНЬЕ

Бешерһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ!

ҠАЙНАТМА МЕНӘН ПЕЧЕНЬЕ
ҠАЙНАТМА МЕНӘН ПЕЧЕНЬЕ

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 1 сәғәт 30 минут.

КӘРӘК: 1 стакан ҡуйы ҡайнатма, 180 г аҡ май (йә маргарин),  100 г ҡаймаҡ, 2 йомортҡа, 150 г шәкәр ҡомо, 500 г он, 1 балғалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель), ¼ балғалаҡ тоҙ.

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ: 

Иретелгән аҡ майға шәкәр ҡомо, тоҙ, ҡаймаҡ ҡушып, болғайҙар. Май һыуынғас, уға йомортҡаларҙы өҫтәп, бутайҙар. Массаға йомшартҡыс, иләнгән он ҡушып, ҡамыр баҫалар. Ҡамырҙың 1/3 өлөшөн шыптырға төрөп, 30 минут тирәһенә һыуытҡысҡа урынлаштыралар.

Ҡалған ҡамырҙы 4—5 мм ҡалынлыҡта йәйеп, табаға һалғас, өҫтөнә ҡайнатма һөртәләр. Һыуытҡыстағы ҡамырҙы ҡырғыстан үткәреп, ҡайнатманың өҫтөнә һибәләр. 180 градуста 30 минут бешерәләр. Һыуынғас, тигеҙ өлөштәргә бүләләр. Печенье әҙер!

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: