Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Аш-һыу
3 Апрель 2023, 08:17

Саламай нимә икәнен беләһегеҙме?

"Саламайҙы ла белмәгән кеше бармы ни, тип көлә минән ҡурғандар", - тип үҙенең төркөмөндә Миләүшә Ҡаһарманова яҙған. 

Саламай нимә икәнен беләһегеҙме?Саламай нимә икәнен беләһегеҙме?
Саламай нимә икәнен беләһегеҙме?

"Ҡурған өлкәһенең Әлмән ауылында "Ҡурған еренән сыҡҡан билдәле башҡорттар" фәнни-ғәмәли конференцияһы башланырға тора. Милли ризыҡ, милли кейем күргәҙмәһе ҡуйылған. Тәмләнмәһә лә, ят атамалы аҙыҡ-түлекте төшөрөп алдым әле. Бына быныһы САЛАМАЙ. Ҡаймаҡҡа он, йомортҡа бутап яһалған. Бик туҡлыҡлы, тиҙәр. Икмәккә һылаптырып еппәрәһең, ти.

Саламайҙы ла белмәгән кеше бармы ни, тип көлә минән ҡурғандар", - тип үҙенең төркөмөндә Миләүшә Ҡаһарманова яҙған. 

 

Ә һеҙ саламай нимә икәнен беләһегеҙме? Тәмләп ҡарағанығыҙ бармы?

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас