Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Аш-һыу
15 Апрель 2023, 10:31

Бәпембә үләненән рецептар

Бәпембә үләненән рецептарБәпембә үләненән рецептар
Бәпембә үләненән рецептар

Аҙ ҡанлылыҡты дауалау. 3 аш ҡалағы бәпембә сәскәһен һәм 3 аш ҡалағы кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға. 2 аш ҡалағы кесерткән һәм 1 аш ҡалағы әрем өҫтәргә. 1 литр ҡайнар һыу һалырға. Көнөнә 6 тапҡыр 50-шәр мл төнәтмәне эсергә.

 

Бәпембә һутын нисек итеп эшләргә һәм һаҡларға. Бының өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары һәм сәскәләре менән ит үткәргес аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар һәм стериль банкаларға бушаталар.

 

Һипкелдән төнәтмә. Бәпембәнең ағартыу үҙенсәлектәре уникаль. Бер ус бәпембә сәскәләренә бер стакан ҡайнар һыу һалырға. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөргә һәм шешәгә һалырға. Мамыҡ тампоны ярҙамында һипкелдәр күберәк бул-ған урындарҙы иртән һәм кис һөртөргә. Был төнәтмәне һыуытҡыста боҙ кубиктары итеп туңдырырға һәм шулар менән иртән битте һөртөргә мөмкин.

 

Һипкелдәрҙе бөтөрә һәм бит тиреһен тонуслай, шешенгәнде бөтөрә.

 

Шифалы сәй. Ғәҙәттә бәпембә сәскә ата башлағанда ер өҫтөндәге өлөшөнөң ҡоро йәш үҫемлеген ҡулланалар (япраҡ биҙәге һәм сәскә бөрөһө). Шуның бер ҡалағын бер стакан ҡайнар һыуҙа бер сәғәт төнәтәләр, фильтр аша үткәрәләр. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашағанға тиклем 20-25-шәр мл эсәләр.

 

Шифалы ҡайнатма. 200 бәпембә сәскәһен йыябыҙ, 1 лимонды ваҡ итеп турайбыҙ, бер литр һыу өҫтәйбеҙ һәм 6-7 сәғәт төнәтәбеҙ. Һар-ҡытабыҙ, һығып сығарабыҙ, төнәтмәгә 1 кг шәкәр ҡушабыҙ һәм уртаса утта сәғәт ярым ҡайнатабыҙ. Бындай ҡайнатма тәме буйынса балды хәтерләтәсәк. Ул бауыр ауырыу- ҙарында, хатта цирроз булғанда бик файҙалы.

 

Ҡаршы күрһәтмәләр булыуы мөмкин. Белгес менән кәңәшләшегеҙ.

 

Сығанаҡ: https://aulut.ru/news/common_material/2023-04-14/b-pemb-s-sk-e-al-yp-sy-yu-a-la-k-p-almany-3221033?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572

Автор:Загида Мусина
Читайте нас