+22 °С
Ямғыр


Ыумас ашы былай әҙерләнә: тәүҙә тоҙло һыуҙа ваҡ ҡына итеп туралған картуф бешерелә. Икенсе һауытҡа әҙ генә һыу йә йомортҡа һалына. Уға он һалып, ыуа башлайҙар. Таҡтаға ваҡ ҡына ҡамыр киҫәктәре ҡойолғансы ыуалар. Шуларҙы алып, ҡайнап торған картуф лы һыуға һалып, 2-3 минут бешерәләр. Ыумас әҙер.
Эс майында ҡурылған башлы һуған, ҡорот, ҡатыҡ йә ваҡ ҡына итеп туралған йәшел һуған менән ашайҙар.
Ыумас ашын картуфһыҙ ҙа, һыуҙа ла, һурпала ла, һөттә лә бешереп була.