

Ҡамыр өсөн:
2 йомортҡа
4 йомортҡа һарыһы
семтем тоҙ
1/2 балғалаҡ аш һеркәһе (9%)
2 аш ҡалағы шәкәр (теләк буйынса, мин һалманым)
он
Йомортҡаларға семтем тоҙ, аш һеркәһе ҡушырға, сәнске менән болғатырға.
Иләнгән ондо ҡуша-ҡуша ҡамыр баҫырға. Ҡамыр ныҡ ҡаты ла, ныҡ йомшаҡ та булмаһын.
Теләгәндә ҡамырға 20 минут ял бирергә.
Ҡамырҙы бер нисә өлөшкә бүлеп нәҙек итеп йәйергә (һалманан да нәҙегерәк).
Буй-буй киҫәктәргә бүлеп сығырға. Елләнмәһен өсөн өҫтөн сепрәк менән ҡапларға.
Таяҡсаға ҡамыр киҫәген уратырға ла, көнбағыш майында ураманы өйрөлтә-өйрөлтә тиҙ генә ҡыҙҙырып алырға. Урама таралып китмәһен өсөн, уның осон ағас болғағыс менән тотоп торорға.
Әҙер ураманы ҡағыҙ салфетка өҫтөнә теҙеп сығырға (артыҡ майы һеңә).
Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан өҫтөнә әҙерәк шәкәр пудраһы һибергә лә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!