

3 стакан ит һурпаһы (мөмкин ябай һыу алырға)
100 г кесерткән
1 кишер
1 баш һуған
йәшел һуған
2-3 картуф
2 йомортҡа
ҡаймаҡ.
Кесерткәнде һайлағанда, йәшерәктәрен ҡарап алығыҙ. Кесерткән япраҡтарын йыуып, 2-3 минутҡа ҡайнап торган һыуға һалып алабыҙ ҙа өҫтөнә һалҡынса һыу ҡоябыҙ.Һыуы һарҡып бөткәс, уны ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Шул арала һуған, кишерҙе табала үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Һурпала картуфты бешереп алғандан һуң, ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды, улар бешеп сыҡҡас, кесерткәнде һалабыҙ. 10 минут самаһы бешергәс, һүндерәбеҙ. Ашҡа бешкән йомортҡа турап һалабыҙ. Башҡа тәмләткестәр ҙә өҫтәргә мөмкин. Табынға ҡуйғанда ҡаймаҡ һалып бирәбеҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ:https://ashkadar.com/articles/common_material/2021-06-10/kesertk-n-ashy-2357409