Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
17 Май 2023, 14:47

ИТАЛЬЯН ТОРТЫ

Бисквит өсөн аҡ майҙы һәм ҡара шоколадты бергә иретәләр. Йомортҡаға шәкәр, тоҙ өҫтәп, туҡыйҙар...

ИТАЛЬЯН ТОРТЫ
ИТАЛЬЯН ТОРТЫ

ӘҘЕРЛӘҮ ВАҠЫТЫ: 45 минут.

КӘРӘК: бисквит өсөн — 50 г аҡ май, 100 г ҡара шоколад, 150 г шәкәр, 3 йомортҡа, бер семтем тоҙ, 100 г он, 1 балғалаҡ йомшартҡыс (разрыхлитель); ганаш өсөн — 200 г ҡара шоколад, 50 г аҡ май, 200 мл һөт өҫтө (сливки).

ӘҘЕРЛӘҮ ТӘРТИБЕ:

Бисквит өсөн аҡ майҙы һәм ҡара шоколадты бергә иретәләр. Йомортҡаға шәкәр, тоҙ өҫтәп, туҡыйҙар. Уға бер аҙ һыуынған шоколад менән майҙы ҡушып, ҡабаттан туҡыйҙар. Массаға он, йомшартҡыс өҫтәп, бутайҙар. Ҡамырҙы майланған формаға ҡойоп, 160 градусҡа йылытылған мейестә 25—30 минут бешерәләр.

Ганаш өсөн аҡ майҙы, шоколадты иретәләр. Массаға һөт өҫтө өҫтәп, талғын утта ике минут болғап тоталар. Массаны бешкән бисквит (форманан сығармай торорға кәрәк) өҫтөнә ҡоялар. Бүлмә температураһында һыуынғас, ике сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуялар. Был арала ганаш бер аҙ һеңеп, ҡатып өлгөрә.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: